Йәнтөйәк
+12 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
12 Февраля 2021, 10:00

Студенттар Фольклориадаға әҙерләнә

БДУ-ның Бөрө филиалы студенттары Башҡортостан халыҡтары милли кейемдәрендә ҡурсаҡтар тегә

БДУ-ның Бөрө филиалында педагогика факультетында беренсе һәм дүртенсе курстарҙа уҡыу программаһына “Биҙәү-ғәмәли сәнғәт нигеҙҙәре” һәм “Сәнғәт ҡурсағы” фәндәре индерелгән. 15 йыл буйына ошо фәндәрҙән мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһы доценты Зөлфирә Исламова белем бирә.
Зөлфирә Фәрит ҡыҙы һоҡланғыс, һәләтле кеше. Өләсәһе туҡыусылыҡ менән шөғөлләнгән, әсәһе сигеү сиккән, атаһы мебель эшләгән һәм ҡыҙ ҙа уларҙан күреп, ошо шөғөлдәрҙе отоп ала. Зөлфирә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сәнғәт-графика факультетында белем ала, “Башҡортостан халыҡтарының милли ижады һәм уның буласаҡ уҡытыусыларҙың эстетик мәҙәниәтен формалаштырыуға йоғонтоһо” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Һәләтле педагогтың уҡыусылары ла ысын оҫталар. Улар үҙҙәренең ҡурсаҡтарын Рәсәй кимәлендәге төрлө онлайн-күргәҙмәләргә ҡуя, ҡалала үткән ҙур сараларҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Студенттар эштәренең электрон варианттары компьютер архивында һаҡлана. Улар бигерәк күп. Уҡыу йортонда уларҙың барыһын да һыйҙыра торған бина, бәлки, табылмаҫ ине.
Ҡурсаҡты әҙерләү үҙенә күрә бик ҡатмарлы һәм мауыҡтырғыс эш. Уны ҡарап тороуы ла ҡыҙыҡлы.
— Башта ҡурсаҡты эшләүҙең технологик картаһы төҙөлә, — тип һөйләй дүртенсе курста уҡыусы Ираида Иванова. — Бирелә фотоһүрәттәрҙә, технологияһын һәм ҡулланыласаҡ материалдарын күрһәтеп, эштең бөтә этабы ла тасуирлана. Тәүҙә ҡурсаҡтың каркасын эшләйбеҙ һәм маляр скотчы, синтипон, фольга ярҙамында кәүҙәһен тултырабыҙ. Күренгән өлөштәре — башы, ҡулдары полимер массанан эшләнә. Кәүҙәһен өлгөләр буйынса трикотаж йәки кизе-мамыҡ туҡыманан әҙерләйбеҙ. Эштең иң ҡыҙыҡлы этабы, әлбиттә, ҡурсаҡты кейендереү. Бында фантазияң нимәгә етә. Тыуҙырған образыңа, милли үҙенсәлеккә ярашлы төрлө ептәр, бижутерия ла ҡулланыла. Аяҡ кейеме махсус тегелә йәки киҫелгән деталдәр йәбештереп ҡуйыла. Сәс урынына төрлө ептәр, туҙҙырылған атлас таҫма, битенә акриль буяуҙар ҡулланыла.
Ираида скульптуралы-каркас ҡурсаҡты нисек эшләүҙе күрһәтте. Бирелә башҡалары ла бар — кейеҙҙән, туҡыманан, полимер массанан һәм тоҙло ҡамыр, папье-маше кеүек аҙ сығым талап иткән материалдарҙан. Бөрө студенттары шулай уҡ туҡыусылыҡ, туҡымаға яҙыу, япон ҡул эше нигеҙҙәрен һәм башҡаларҙы өйрәнә. Ҡулдарына диплом алғас, улар мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында биҙәү-ғәмәли сәнғәт буйынса түңәрәктәр һәм секциялар ойоштора ала.
Бөтә донъя фольклориадаһы быйыл йәй Өфөлә үтәсәк. БДУ-ның Бөрө филиалы студенттарының ҡурсаҡтар коллекцияһы эшләргә ваҡыты бар. Ә әлегә буласаҡ уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр “Башҡортостан халыҡтары милли кейемдәре” темаһы буйынса курс эше яҙа.

Степан Чиглинцев фотолары.
Авторы Ольга Платонова.
Читайте нас