Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө инженерлыҡ селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы етәкселеге менән ҡабаттан кәңәшмә үткәрҙе, унда 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ өсөн артыҡ алынған аҡсаны халыҡҡа февралдә кире ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Бынан бер көн элек Башҡортостан Башлығы предприятиеға бындай хәлде башҡа булдырмаҫҡа һәм ҡабат бындай хәлде булдырмаҫҡа, йылылыҡты иҫәпкә алып барыуҙы яйға һалырға мөмкинлек биргән системалы ҡарар әҙерләп бирергә ҡушҡайны. Вице-премьер - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итеүенсә, “Өфө инженерлыҡ селтәрҙәре” ошо компания хеҙмәтләндергән йорттарҙан мөрәжәғәт иткәндәргә йылылыҡ өсөн түләүҙе ҡабаттан иҫәпләй башлаған да инде. Өфөлә йылы өсөн түләү квитанцияһында хаҡ 42 проценттан да ҙурыраҡ булған фатир хужалары 15 февралгә саҡлы ошо муниципаль унитар предприятиеһына ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Йылы өсөн түләү бөтәһе 20 меңдән ашыу фатир буйынса төҙәтәлергә тейеш.
Был мәсьәлә буйынса “Өфө инженерлыҡ селтәрҙәре”нә яҙырға йәки күп каналлы 8-800-250-52-80 телефонына шылтыратырға була.