Йәнтөйәк
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
29 Января 2021, 08:50

Тарихыңды, шәжәрәңде белеү мөһим

Бөгөн Борай ауылында Елдәк ырыуы башҡорттары йыйыны үтә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ырыуҙар йыйыны исемле яңы проект башлай. Тәүге йыйын бөгөн, 29 ғинуарҙа, Борай ауылында үтә, унда Елдәк ырыуы вәкилдәре осраша.
Елдәктәр, Борай районынан тыш, Саҡмағош, Нуриман, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел райондары биләмәһендә йәшәй. Төп сара район Мәҙәниәт йортонда була. Съезға республиканың төрлө райондарынан ырыу вәкилдәре, эксперттар, тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр саҡырылған. Йыйын барышында Елдәк ырыуы гербы менән таныштырыу, ырыу башлығын һайлау ҡаралған. Бында шулай уҡ милли кейем күргәҙмәһе, Борай районы ҡул оҫталарының оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
Байрамда «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы һәм «Аҡбуҙат» балалар әҙәби-нәфис журналы ла ҡатнаша. "Тамыр"ҙар үҙәк район китапханаһына бара, үҙҙәре янына шәжәрәһен белгән, ғаилә ҡомартҡыларын һаҡлаған, балаларын традицияларға таянып тәрбиәләгән ғаиләләрҙе саҡыра.
Йәш ҡунаҡтар тәүҙә башҡорт телендә «Нурбостан» анимация сериалын ҡараясаҡ, артабан улар өсөн «Елдәк зирәге» конкурсы, төрлө уйындар ойошторола, бүләктәр таратыла. Һуңынан «Ғаилә тамырҙары» төбәк-ара күргәҙмәһе өсөн профессиональ фотосессия ойошторола. «Аҡбуҙат» балалар журналы редакцияһы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһына бара. Иң кескәй борайҙарға журнал тураһында, «Шәжәрә — минең анкетам» республика асыҡ конкурсы шарттары хаҡында һөйләйәсәктәр, баҫманың рәссамдары оҫталыҡ дәресе күрһәтәсәк. Балаларҙың иң яҡшы һүрәттәре артабан журнал биттәрендә донъя күрәсәк.
Төньяҡ‑көнбайыш башҡорттарына ҡараған ырыуҙарҙың тағы береһе Елдәк (Йәлдәк) тип атала. Елдәк башҡорттары бөгөн Башҡортостанда ике өлөшкә бүленеп урынлашҡан. Уларҙың күпселек өлөшө хәҙерге Борай, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш һәм Саҡмағош райондарында йәшәһә, икенсе өлөшө Төньяҡ Башҡортостанда төйәкләнгән. Улар йәшәгән биләмә бөгөн Ҡариҙел, Мишкә, Благовещен һәм Нуриман райондарына инә.
Елдәк башҡорттары өс ырыуға бүленә: Бүре‑Елдәк, Ҡыр‑Елдәк һәм Өфө‑Елдәк. Һуңғыһы Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы буйын төйәк иткән. Елдәктәрҙең тамғалары ла һаҡланған. Был ырыуҙың төп тамғалары булып ике ҡабырға, әүернә һәм һәнәк һанала.
Тарихсылар фекеренсә, Елдәк башҡорттары 13–14 быуаттарҙа Ағиҙел йылғаһының һул яры буйлап урынлашҡан һәм Ҡыпсаҡ ырыуы йоғонтоһон кисергән. 15–16 быуаттарҙа йәлдәктәрҙең бер өлөшө төньяҡҡа Тере Танып йылғаһының һул ярына, артабан Өфө йылғаһының урта ағымына күсенә һәм Йылан, Ҡаңлы, Таҙ, Ун ырыуы башҡорттары менән күрше булып йәшәй, һуңынан улар елдәк башҡорттарының Өфө‑Елдәк ырыуын тәшкил итә.
Хәҙерге көндә Елдәк башҡорттары Борай районының – Борай, Дүсмәт, Мостафа, Үтәгән, Шишмә‑Борай, Камил, Яңы Елдәк, Сармаш ауылдарында, Илеш районының Үрге Манчар, Иләкшиҙе, Түлегән, Бишҡурай, Кесе Бишҡурай, Ташшишмә ауылдарында, Саҡмағош районының – Үрге Аташ, Ҡарғалы, Имәнлеҡул, Яңы Ҡот, Ҡараерек ауылдарында, Ҡариҙел районының Үрештамаҡ, Үреш-Битулла, Нуғай һәм башҡа ауылдарында йәшәй.
Елдәк башҡорттарынан сыҡҡан иң данлыҡлы шәхес, әлбиттә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев. Ул 1922 йылда Илеш районының Иләкшиҙе ауылында тыуған. 1944 йылдың авгусына тиклем 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны Муса Гәрәев 164 хәрби осош яһай, батырлыҡтары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге Указына ярашлы, Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән бергә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Ә инде 1945 йылдың мартына тиклем хәрби осоштары 207‑гә барып етә. 1945 йылдың апрелендә ул икенсе тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Муса Гәрәев елдәктәрҙең генә түгел, бөтөн башҡорт халҡының, Башҡортостандың ғорурлығы булып тора.
Елдәк ырыуы башҡорттарынан арҙаҡлы фән эшмәкәрҙәре лә сыҡҡан. Шулар араһынан күренекле башҡорт телсеһе, филология фәндәре докторы, профессор Ҡасим Әхмәров. Ул 1900 йылда Борай ауылында тыуған. Троицк ҡалаһында арҙаҡлы дин әһеле, мәғрифәтсе әүлиә Зәйнулла ишан Рәсүлевтың “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡасим Әхмәров үҙенең ғүмерен башҡорт телен өйрәнеүгә бағышлай, ғүмеренең ахырынаса Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙа. Шул иҫәптән, урыҫ‑башҡорт һүҙлеге, башҡорт әҙәби теленең һүҙлеге, башҡорт-урыҫ һүҙлеген төҙөй. Бынан тыш – ул мәктәп уҡыусылары өсөн башҡорт теле дәреслеге авторы.
Борай ауылынан тағы бер күренекле Елдәк ырыуы вәкиле, Башҡортостан китап палатаһының (Матбуғат архивының) тәүге директоры Мөбәрәкйән Әмиров. Ул Башҡортостан китапханаларының, Башҡортостан китап палатаһының үҫешенә ҙур өлөш индерә. Республиканың Матбуғат архивына 30 йыл етәкселек итә.
Билдәле биолог-генетик, Башҡортостан фәндәр академияһы академигы, профессор, биология фәндәре докторы, Биохимия һәм генетика институты директоры Эльза Камил ҡыҙы Хөснөтдинова ла – шулай уҡ елдәк башҡорто. Уның тамырҙары Илеш районы Үрге Манчар ауылынан. Уның атаһы – күренекле педагог, ғалим, профессор Камил Әхиәров.
Елдәк башҡорттарынан арҙаҡлы сәнғәт эшмәкәрҙәре лә сыҡҡан. Шуларҙың береһе күренекле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тәлғәт Шәрипов. Ул 1928 йылда Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылында тыуған. Композитор матур йырҙары менән халыҡ күңелен яулай. Уның бер‑бер артлы күп кенә йырҙар йыйынтығы донъя күрә. Тәлғәт Шәрипов башҡорт йыр сәнғәтендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырған.
Азат ЮЛАН, тарихсы.
Читайте нас