Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
29 Января 2021, 18:30

"Тамыр"ҙар үҙәк район китапханаһында ысын байрам ойошторҙо

Бөгөн Борай ауылында үткән Елдәк ырыуы башҡорттары йыйынында «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы ла ҡатнаша.#ГодБашкирскойИстории #БашҡортТарихыЙылы#Асҡынрайоныбашҡорттарыҡоролтайы#Курултайбашкираскинскогорайона

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәткәрҙәре Борай үҙәк район китапханаһында булып, балаларға ысын байрам бүләк итә. Улар үҙҙәре янына шәжәрәһен белгән, ғаилә ҡомартҡыларын һаҡлаған, балаларын традицияларға таянып тәрбиәләгән рухлы ғаиләләрҙе саҡыра.
Йәш ҡунаҡтар тәүҙә башҡорт телендә «Нурбостан» анимация сериалын ҡарай, артабан улар өсөн «Елдәк зирәге» конкурсы, төрлө күңелле уйындар, викториналар ойошторола. Сарала Борайҙың 1-се урта мәктәбе, 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре әүҙем ҡатнаша. Байрам аҙағында барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр таратыла. Һуңынан «Ғаилә тамырҙары» төбәк-ара күргәҙмәһе өсөн профессиональ фотосессия ойошторола.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар Борай район китапханаһының “Бәйләнештә”ге битенән.
Читайте нас