Йәнтөйәк
+31 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
25 Января 2021, 19:00

Уңғандар, оҫталар, һәләтлеләр...

#Айыҡауыл2020#трезвоеселоУрмиязы2020 “Айыҡ ауыл -2020” республика конкурсында ҡатнашыусы Урмияҙ ауылында бик фәһемле сара үтә.

Айыҡ ауыл -2020” республика конкурсында ҡатнашыусы Урмияҙ ауылында әленән-әле фәһемле саралар үтеп тора. Ауыл халҡы менән йыйлышып саңғыла йүгерһендәрме, ата-әсәләр менән бергәләп “Ғаилә ялы”н ойошторһондармы, хоккей турниры, тематик концерт йәиһә кис ултырыуҙар - барыһы ла ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙа. “Ауылым уңғандары” сараһы иһә ҡул эштәренә оҫталарҙы, йыр-моң һөйөүселәрҙе, йүнселдәрҙе бергә йыя.

Ауыл хакимиәте ауыл мәҙәниәт йорто, мәктәп, балалар баҡсаһы, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы һәм ауыл уңғандары менән берлектә үткәргән байрам таланттар балҡышына әйләнә. Ауылдың аш-һыу оҫталары бешергән милли ризыҡтар араһында ниҙәр генә юҡ! Ә ҡул эштәре күргәҙмәһендә урмияҙҙарҙың оҫталығына, ижади ҡарашына хайран ҡалырлыҡ! Шифалы үләндәрҙән сәйҙәр әҙерләүсе йүнсел Әлфәрис Туҡтамышев әҙерләгән “йәшел дарыухана” ла барыһын да һоҡландыра.

Айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды халҡыбыҙ йолаларына ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү, эскелек, тәмәке тартыу тәҫиренән һаҡлауға йүнәлтелгән сығыштар матур концерт номерҙары менән үрелеп бара.

- «Айыҡ ауыл −2020» конкурсында ҡатнашыу халыҡты берләштерҙе. Урмияҙҙар мәҙәни сараларҙы, спорт ярыштарын, төҙөкләндереү өмәләрен үткәреүҙә әүҙем ҡатнашты. Ҡышҡы каникул көндәрендә лә саф һауала төрлө саралар үтеп торҙо. Бөгөнгө байрамда ла оҫталар тәжрибәләре менән уртаҡлашты, сәләмәт, айыҡ, әүҙем тормош алып барыуҙың өҫтөнлөктәрен күрһәтте, файҙалы кәңәштәрен еткерҙе.
Наилә Имаева.
Читайте нас