Баҡсала Зинфира Мәғәсүм ҡыҙы Гәрәева — өлкән тәрбиәсе, Резида Шәрип ҡыҙы Хәсәнова — тәрбиәсе, Вилена Раил ҡыҙы Ғәлләмова тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй.
Зинфира Мәғәсүм ҡыҙы хеҙмәт юлын 1990 йылда, Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағас, башлай. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала. Үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы тәрбиәсе тәүҙә балалар баҡсаһында мөдир була. Артабан ул филиалға әйләндерелгәс, ошонда уҡ өлкән тәрбиәсе вазифаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Зинфира Мәғәсүм ҡыҙы эште маҡсатлы, дөрөҫ йүнәлештә алып барыу өсөн бар көсөн һала. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә мәктәпкәсә осор ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә балалар баҡсаһында туған тел аша рухлы, юғары әхлаҡлы, әҙәпле балалар тәрбиәләү, уларҙың телмәрен үҫтереү төп бурыс итеп ҡуйылған. Бирелә дәрес һәм күнекмәләрҙән тыш, байрам саралары, күргәҙмәләр даими үткәрелеп тора. Тәрбиәсе Вилена Раил ҡыҙы һөйләүенсә, Яңы йылды ла ҙур әҙерлек менән үткәреп ебәрәләр. Алдан уҡ ҡарҙан төрлө һындар яһап, ихатаға һәм Яңы йыл биҙәктәре менән бүлмәләргә байрам һулышы өрәләр.
— Башҡорт теле йылында туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында йөкмәткеле саралар даими үткәрелде. Башҡорт халҡының көнкүреше, тарихы, ауыҙ-тел ижады, милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бирелде. Халҡыбыҙ йолалары, байрамдары аша кескәйҙәр күңеленә йәшәйеш ҡағиҙәләре, әхлаҡ-әҙәп, иман төшөнсәләре, хеҙмәт һабаҡтары еткерергә тырышабыҙ. Кескәйҙәргә белем биреү менән бергә, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртыу һәм туҡланыу мәсьәләһе лә һәр саҡ күҙ уңында. Ашнаҡсыбыҙ Гөлирә Ҡәҙим ҡыҙы Мортазина балаларҙы тәмле аштар менән һыйлай, — тип һөйләне Зинфира Мәғәсүм ҡыҙы.