Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип үткәрергә тәҡдим итте. Йылъяҙманы башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың районыбыҙҙың Нөркә ауылы буйында үткән һуңғы яуы тураһындағы хәтирәләрҙән башлайбыҙ.
“Гәзитебеҙҙең был һанында башҡорт милли батыры Салауат Юлаевтың районыбыҙҙа булыуы тураһындағы ҡайһы бер материалдарҙы урынлаштырабыҙ...” Район баҫмаһы — “Генераль һыҙыҡ өсөн” гәзитенең 1943 йылдың 16 февраль һанында ике бит булып сығарылған мәҡәләнең баш һүҙе шулай башланып китә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мөхәррир булып эшләгән Ғ.Н. Үмәркәев бер нисә гәзиттә дауамлы итеп баҫтыра был материалды. Уны туплауға киң йәмәғәтселекте йәлеп итә, халыҡ күңелендә һаҡланған батыр тураһында риүәйәттәр, йырҙар, бәйеттәр яҙып алына. Башҡорт халҡының ҡаһарман улының исеме, ҡыйыулығы, ҡурҡыу белмәҫ йөрәге, туған халҡын һөйөүе тураһында хәтирәләрҙе һуғыш ҡырҙарында дошманға ҡаршы көрәшеүсе совет һалдаттарының, тыл эшсәндәренең рухын күтәреү өсөн ҡуллана мөхәррир. Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына шул гәзиттәге яҙмаларҙы тәҡдим итәбеҙ.
Прием тауы
Нөркә ауылының көнсығыш яғындағы осонда бейек булмаған бер ҡалҡыулыҡ — тау бар. Уның өҫтө тигеҙ һәм тирә-яғы йылғалар менән уратып алынған. Шул тау өҫтөнә Салауат лагерҙан килеп, армияһына кешеләр туплаған. Яҡын-тирә ауылдарҙан ебәрелгән кешеләр Салауат тарафынан шунда ҡабул ителеп, уның ғәскәрҙәренә өҫтәмә көс булып ҡушылған. Шуның өсөн был урынды халыҡ әлегә тиклем Прием тауы тип йөрөтә.
Салауат яуына Муса Ҡәҙермәтов ике улын бирә
Мул тормошло Муса Ҡәҙермәтов ауылды тотоп тороусы бер данлыҡлы ҡарт булған. Уның һүҙенән ауылдаштары сыҡмаған, нимә эшләргә уйлаһа, нөркәләр уны үтәгән.
Салауат менән Муса үҙҙәренең хеҙмәте яғынан дуҫ булған. Салауат бирелә ғәскәрҙәр туплап киткәндә, Муса үҙенең иң яратҡан ике улын ирекле рәүештә уға хеҙмәт итергә биргән. Был турала 60 йәшлек Хәсән Суфиаров һөйләй: “Муса ҡарт Салауатты бик яратҡан һәм дуҫ күргән. Уның яуының төп маҡсаты азатлыҡ өсөн көрәшеү икәнен яҡшы аңлаған. Ҡарт үҙенең улдарының башына бына тигән яңы ҡара түбәтәй, өҫтәренә аҡ күлдәк, еңһеҙ ҡара камзул һәм һуғылған ҡыҙыл ыштан кейҙереп, эйәрле яҡшы айғырҙарға мендергән дә: “Салауатҡа намыҫлы хеҙмәт итегеҙ!” — тип улдарын яуға оҙатҡан.
Салауат Юлаев Мусаның ике улын ирекле рәүештә әҙерләп биреүенә бик шатланған. Бының өсөн ул һуғышҡа ярамаҫлыҡ ике кешеһен Мусаға хеҙмәт итергә ҡалдырып киткән. Уларҙың береһе Тау исемле булған. Муса уны мәҙрәсәлә уҡытҡан, өйләндергән. Тау йәшәй торғас, ошо ауылдың муллаһы булып киткән. Унан ҡалған дүрт-биш быуын барыһы ла мулла йәки мәзин булған.
Салауат һыҙаһы
Нөркә ауылының көнсығыш яғынан һөҙәк һәм оҙон ғына тау ҡалҡыулығы күтәрелә. Был урындар элек ҡара ҡуйы урманлыҡ, йылға һәм тәрән соҡорлоҡтарҙан торған. Бына шул ҡара урмандың тар юлдарынан Салауат Юлаев үҙенең бик күп һанда булмаған ғәскәрҙәре менән Нөркә ауылына табан йүнәлгән. Һөйләүҙәргә ҡарағанда, ауылға өс километр ҡалғас, бер соҡор батҡылыҡҡа осрап, аты шунда бата. Унан көскә сығып, бер ергә еткәс, тағын шундай уҡ хәлгә тарый. Шунан һуң ул ошо урындарға ауыл халҡынан күперҙәр һалдыртҡан. Был турала 57 йәшлек Зиннәтнур Хажиев былай һөйләй: “Был урындарҙа Салауат аты менән беҙҙең ауылға килгәндә батҡан. Һуңынан үҙенең армияһы үтерлек итеп күперҙәр һалдыртҡан. Бына шул күпер төптәренән ҡылыс, уҡ, йәйә кеүек һуғыш ҡоралдары табып ҡайтыуҙарын үҙ күҙем менән күреп беләм”.
Лағыр йылғаһы
Һөҙәк тау араһынан ағып, ауылдың баҡса арттарынан үткән йылғаны Нөркә ауылы халҡы Лағыр тип йөрөтә. Салауат Юлаев бына шул йылға буйының уңайлы бер тигеҙ урынына туҡталып, Нөркә ауылынан 200 метр самаһы йыраҡлыҡта лагерь ҡорған. 50 йәшлек Сәйетхан Вәлиев был турала былай ти: “Салауат яуы тәрән йылғала йәйен лагерь ҡороп ятҡан. Улар киткәс, йылғаға Лағыр исеме биргәндәр”.
Салауат
тураһында йыр
Һорашыу-тикшеренеү эштәре ваҡытында бер кемдең дә ауыҙынан Салауаттың ауылдарҙы яндырып, кеше талап йөрөүе тураһында ишетергә тура килмәне. Нөркә ауылы ҡарттары уның изге һуғыш алып барыуын һоҡланып, ҡабат-ҡабат һөйләй. Колхоз тимерсеһе, 51 йәшлек Харис Латипов Салауат тураһында былай тип йырлай:
“Ҡап-ҡара ине ҡаштары,
Һөрмәле ине күҙҙәре.
Салауатты онотмаҫҡа
Ҡалды әйткән һүҙҙәре,
Ҡалды йөрөгән эҙҙәре”.
Хөрмәтләп ҡаршы
алғандар
Салауат Юлаевты халыҡ яратҡан. Уның даны, ҡаһарманлығы бөтөн ил буйлап яңғыраған. Уның ғәскәрҙәренән ауыл халҡы ҡасмаған, ә киреһенсә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән, барлыҡ мөмкинлектәренән файҙаланып ярҙам иткән. Нөркә ауылындағы колхоз рәйесе урынбаҫары, 50 йәшлек Мөбәрәк Фазылбәков түбәндәгеләрҙе һөйләй: “Иштирәк ауылынан Нөркә ауылына Салауат батыр: “Ғәскәрҙәребеҙҙе һеҙҙең ауыл халҡы нисек ҡаршы алырға уйлай?” — тип бер һалдатын вәкил итеп ебәргән. Ауыл халҡы Салауат яуын асыҡ йөҙ менән, яҡшы ҡаршы алырға әҙерләнгән һәм үҙҙәрен салауаттар тип атап, изге теләктә булыуҙарын белдереп, хәбәр ебәргән.
Халыҡ ярҙамында ауыл аҡһаҡалы Муса Салауат ғәскәрҙәренә бер нисә мискә бал әсетеп торған. Үҙенең ҙур үгеҙҙәренең, ҙур тәкәләренең мөгөҙҙәрен төрлө буяуҙарға буяп, ваҡ ҡыңғырауҙар тағып, ә йөндәренә төрлө нәмәләрҙән сәскә гөлләмәләре эшләп бәйләп ҡуйған. Малдарҙы Салауат яуы килгәндә ҡаршыларына баҫтырып: “Азатлыҡ өсөн һуғыш алып барыусылар! Беҙ һеҙҙе ихлас ҡаршылайбыҙ! Һеҙҙең хөрмәткә, һеҙҙе туйындырыу өсөн бына был үгеҙҙәр ҙә, тәкәләр ҙә ҡорбан булырға әҙер!” — тип ойошҡан һәм тантаналы рәүештә ҡаршы алған.
Салауат ҡоралдары 1917 йылға тиклем һаҡланған
Колхоздың умартасылыҡ баҡсаһында эшләүсе 60 йәшлек Хәсән Суфиаров был турала былай ти: “Ауылыбыҙҙың Ғималетдин ҡартында Салауат яуынан ҡалған пистолет, ҡылыс һәм бил ҡайышы һаҡланған. Был пистолетҡа ваҡ таш тултырып, дошмандарға ата торған булғандар. Ҡылыстың һабы — ҡул менән тота торған урыны бик сифатлы һары еҙ һәм тимер менән арҡылыға ла, буйға ла селтәрләнеп ҡуйылған. Был һуғышҡан саҡта ҡулды дошман һөжүменән һаҡлау өсөн эшләнгән. Бил ҡайышы бер сирек киңлегендә ебәктән һуғылған". Салауаттың бындай ҡорал һәм кейем ҡалдыҡтары революциянан һуң һаҡланмаған. Уларҙы үҙеңдә тотоуҙың бер күңелһеҙ яғы булыр, тигән яңылыш ҡараштан сығып, әйберҙәрҙе юҡ итеүҙе урынлы күргәндәр.