Общие статьи
15 Января 2021, 12:45

Мөһим сараға әҙерлек

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ағымдағы йылдың 1 апреленән 30-ына тиклем үтәсәк. Башта ул үткән йылдың 1 октябренән 31-енә тиклем планлаштырылғайны, ләкин коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, кисектерелде. Был ҙур күләмле мөһим сара 10 йылға бер ҡабат үтергә тейеш. Быйылғы халыҡ иҫәбен алыу үткәндәренән айырыласаҡ — ул беренсе тапҡыр һанлы була. Ошолар хаҡында тулыраҡ итеп Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районындағы вәкил Юрий Ташкин менән әңгәмәлә.

— Бөтә рәсәйле кеүек үк Бөрө районы һәм ҡалаһы халҡы ла был мөһим сарала халыҡ иҫәбен алыусылар менән шәхсән аралашып та, шулай уҡ онлайн режимда ла ҡатнаша ала. “Росстат” халыҡ тураһында мәғлүмәт йыйыуҙың түбәндәге моделдәрен тәҡдим итәсәк. Беренсеһе — интернеттағы электрон һорауҙарға яуаптарҙы респондент үҙ аллы тултыра. Икенсеһе — халыҡ иҫәбен алыусының электрон һорауҙарҙы махсус программа менән тәьмин ителгән планшеттарҙа тултырыуы. Шулай уҡ халыҡ иҫәбен алыу стационар участкаларҙа ла үтергә мөмкин. Уларҙың ҡайҙа урынлашыуы тураһында һуңыраҡ хәбәр итербеҙ.
4-енән 30 апрелгә тиклем халыҡ иҫәбен алыусылар фатирҙарҙа һәм өйҙәрҙә йөрөп, халыҡҡа анкета тултырыуҙы тәҡдим итәсәк. Әйткәнемсә, анкеталар электрон формала планшеттарҙа буласаҡ. Онлайн режимға килгәндә, 1-енән 22 апрелгә тиклем һәр рәсәйле илдең теләһә ҡайһы мөйөшөнән дәүләт хеҙмәттәре порталында “Халыҡ иҫәбен алыуҙы үтеү” бүлегендә үтә аласаҡ. Электрон анкетаны үҙеңә лә, ғаилә ағзаларына ла тултырырға мөмкин. Уны өйҙә тултырып булмаһа, Күп функциялы үҙәктәрҙә халыҡ иҫәбен алыуға махсус әҙерләнгән компьютерҙарҙа үтергә була. Ай буйына контролерҙар эшләйәсәк. Уларҙың бурысы — анкеталарҙың дөрөҫ тултырылыуын, халыҡ иҫәбен алыусы респондент менән нисек аралашыуын тикшереү һәм башҡалар.
— Ә һанлы технологиялар беҙгә нимә бирәсәк?
— Уларҙы ҡулланыу халыҡтан тиҙерәк мәғлүмәт алырға, алынғандарын эшкәртергә, шулай уҡ халыҡ иҫәбен алыусыларҙың эшен еңеләйтергә һәм был сараны үткәреүгә сығымдарҙы әҙәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Анкета ҡағыҙҙарын тултырғанда уҡ мәғлүмәттең тулылығы һәм дөрөҫлөгө тәьмин ителә, хаталар кәметелә.
— Әлбиттә, анкеталарҙа ниндәй һорауҙар булыуы барыһын да ҡыҙыҡһындыра.
— Халыҡ иҫәбен алыуға өс төрлө бланк әҙерләнә. Мәҫәлән, “Л” формаһы ил территорияһында даими йәшәгәндәр өсөн тәғәйенләнгән. Ул туғандар, ғаилә хәле, кешенең йәше, енесе, тыуыу урыны һәм башҡалар тураһындағы 23 һорауҙы үҙ эсенә ала. “П” формаһы торлаҡ һәм йәшәйештең санитар-гигиена шарттары тураһында, ә “В” формаһы Рәсәйҙә ваҡытлыса ғына булғандар өсөн.
— Халыҡтың был сарала ҡатнашыуы мотлаҡмы?
— Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу һәр кемдең үҙ иркендә. Анкета ҡағыҙҙары һорау алынған кешенең һүҙҙәре буйынса ғына тултырыла, ә мәғлүмәтте бер ниндәй документ менән дә дәлилләргә кәрәкмәй. Бынан тыш барлыҡ мәғлүмәт базаға исем-фамилияларҙы күрһәтмәй генә индереләсәк.
— Халыҡ иҫәбен алыуҙа балалар ҡатнаша аламы?
— 14 йәше тулғандар халыҡ иҫәбен алыусылар һорауҙарына яуап бирә ала. Уларҙан бәләкәйерәктәр тураһында ололар һөйләй. Халыҡ иҫәбен алыусы менән ғаиләнең һәр кешеһе һөйләшергә тейеш түгел, һорауҙарға берәү генә лә яуап бирә ала. Дәүләт хеҙмәттәре порталында ла шул уҡ тәртип.
— Бөрө ҡалаһы һәм районы был мөһим сараға ниндәй кимәлдә әҙер?
— Беҙҙең ойоштороу планын яҡлау уңышлы үтте. Картографик материал әүҙемләштерелгән. Беҙҙә 19 халыҡ иҫәбен алыу һәм 113 иҫәп участкаһы эшләйәсәк. Әле халыҡ иҫәбен алыусыларҙы йыябыҙ. Үткән йылдың сентябрендә регистратура йөрөүен үткәрҙек. Ауылдарҙа — 6505, ҡалала 8688 өй теркәлгән. Был мәғлүмәт даими рәүештә төҙәтелеп тора. Шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙа адрестар буйынса хаталар төҙәтелә. Был эшкә урам комитеттары рәйестәре йәлеп ителгән.

Ольга Платонова.
Читайте нас