Кешегә ғүмерҙе Хоҙай бүләк итеп бирә. Тик уның кемгә күпме булыуы ғына төрлөсә, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Оҙон ғүмер юлы үткән кешеләр айырыуса бәхетле. Балалары, ейәндәре, бүләләрен һөйөп, улар тарафынан яҡшы тәрбиәлә йәшәй алыу бәхетен Ваныш-Алпауыт ауылынан Әхнәф Фәтхелбаян улы Усманов та тоя. Уға бөгөн 100 йәш тулды!
Әхнәф бабайҙың ғүмере тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмай һымаҡ. 1921 йылдың 15 ғинуарында Гөлсөм һәм Фәтхелбаяндың ғаиләһен тулыландырып, бер бөтөн итеп донъяға килә ул. Тик яҙмыш сабыйҙан атай наҙын ғына ҡыҙғана, ике йәшендә атайһыҙ ҡала. Әсәһенең берҙән-бер йыуанысы, бәхете, таянысы булған Әхнәф үҙен белгәндән башлап, ололар менән колхоз эшенә егелә: ураҡ ура, ат менән баҫыу тырмата, һабан менән ер һөрә ...
Йәше еткәс, 1928 йылда, тыуған ауылындағы мәктәпкә уҡырға бара малай. “Ул ваҡытта уҡыу ғәрәп алфавиты менән ине. Икенсе класта латин хәрефтәренә күсерҙеләр. Ғәйшә апай Мәҡсүтова беҙҙе латин хәрефтәре менән яңынан уҡырға, яҙырға өйрәтте. Әлеге ваҡытта ошо ике яҙмала ла уҡый алам”, — тип һөйләй Әхнәф бабай. Уҡыуға һәләтле була ул. Бишенсегә күрше Ҡарайерек мәктәбенә бара. Ул замандарҙа мәктәпте тамамлаған ҡыҙ һәм егеттәр колхоз эшенә сума. Әхнәф тә армияға алынғансы, 1940 йылдың 6 октябренә тиклем, колхозда төрлө эштәр башҡара.
Һалдат ҡайышын быуған егет Йыраҡ Көнсығышта элемтәсе булып хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ил сиген Япония хәрбиҙәренән һаҡлайҙар. 1945 йылда Япония менән һуғыш башлана һәм Әхнәф Усманов Квантун армияһына ҡаршы Маньчжурия, Харбин алыштарында, Сунгари йылғаһы буйындағы бәрелештәрҙә ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул “Японияны еңгән өсөн”, Жуков миҙалдары, 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Әлеге ваҡытта уның күкрәген күп һанлы юбилей миҙалдары ла биҙәй.
Һуғыш тамамланғас, 1946 йылдың 19 авгусында ул тыуған ауылы Ванышҡа ҡайта. Ә ауыл өсөн һуғыш осоро үҙ ауырлыҡтарын арыу килтергән, тотоп эшләрҙәй ир кешеләр аҙ, булғандары ла һуғыш юлдарын уҙып ҡайтҡан, арыған, йонсоған, яраланған, ауырыған. Ҡайтҡандың икенсе көнөндә үк Әхнәф Фәтхелбаян улы ныҡлы эшсе көсөнә һыуһаған колхозға эшкә сыға. Уның механизатор стажы ғына ла 25 йыл. Колхоздың башҡа эштәрендә лә намыҫлы хеҙмәт һала ул. Һуңғы эш урыны — урта мәктәп. Хаҡлы ялға сыҡҡансы унда хужалыҡ эштәре мөдире була.
1950 йылдың мартында ауылға Ҡоҙаштан уҡытыусы булып Рәшиҙә исемле ҡыҙ килә. Аҡыллы, сибәр, сабыр Рәшиҙә егеттең күңелен тиҙ яулай. Өйләнешеп, күркәм ғаилә ҡоралар. Тормоштарына йәм, шатлыҡ, бәрәкәт өҫтәп, балалары Фәнзирә, Гөлсәриә, Сәүиә, Миләүшә, Лариса, Әлфир тыуа. Уларҙың һәр береһенә белем алырға ярҙам итеп, ғаилә ҡорғанда матур туйҙар яһап, оло тормош юлына сығарҙылар. Балалары ла, ейәндәре лә аҡыллы, һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапҡан, һайлаған юлдарынан ныҡлы аҙымдар менән атлай.
Рәшиҙә апай менән Әхнәф ағай 64 йыл парлы тормош менән йәшәне. Балалары һәм ейәндәре өсөн генә түгел, ауылдаштары, туғандары, дуҫтары өсөн дә өлгө булдылар.
Әлеге ваҡытта Әхнәф бабай туғыҙ ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәренең шатлыҡ-уңыштарына һөйөнөп, Нефтекама ҡалаһында балалары тәрбиәһендә йәшәй. Яҙ етеп, урамда бәпкә үләне күренә башлағас, тыуған ауылы Ванышына ҡайтып, көс-ҡеүәт йыйып китә. Тәбиғәтте бик ярата ул. Оло йәштә булһа ла, сәләмәтлек һуҡмағына сығып йөрөп инергә лә көс таба. Йәйҙәрен ҡоштар һайрауын тыңлап, урман-болондарҙа, һыу буйҙарында йөрөй.
"Илебеҙ етәкселегенә бик рәхмәтлемен. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бирелгән сертификат менән Нефтекамала барлыҡ уңайлыҡтары булған фатир алыуға ирештем", — ти ул.
Әхнәф Фәтхелбаян улының оҙон ғүмерле булыу сере ниҙә икән, тип уйлаусылар ҙа булыр, бәлки. Сере ябай уның: ул ғүмере буйына аҡыллы, кешеләргә ҡарата яҡшы булды, тормошто, хеҙмәтте яратты. Әле лә күҙҙәре нур сәсеп тора уның.