Йәнтөйәк
+12 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
28 Декабрь 2020, 08:34

Күптән көтөлгән шатлыҡ

Күптән түгел район хакимиәтендә ғаиләләргә ауыл ерендә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләү биреүгә сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте.“Башҡортостан Республикаһында ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә Ҡариҙел, Әртәкүл, Яңы Муллаҡай һәм Иҫке Аҡбүләк ауыл биләмәләрендә йәшәүсе ғаиләләр сертификаттарға эйә булды. Уларҙың күбеһе агросәнәғәт өлкәһендә эшләй.


Айрат Ринат улы һәм Флидә Зөфәр ҡыҙы Ғилманшиндарҙың өйләнешеүенә — 19 йыл. Улар ҡыҙҙары Юлиә һәм Иринаны тәрбиәләй. Ғаилә башлығы сығышы менән Татар Үреше ауылынан. Ул милиция ветераны, хаҡлы ялда. Флидә Асҡын районының Шорохов ауылында тыуған. Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының бала тыуҙырыу бүлегендә санитарка булып эшләй.
2012 йылда ғаилә торлаҡ һатып алыуға матди ярҙам һорап ғариза яҙа. Унан һуң һигеҙ йыл ваҡыт үткән. Ҡайһы саҡ ғариза яҙыуҙары тураһында иҫкә төшөрөп, һөйләшеп алғандар.
Ғилманшиндар өйләнешкәндән һуң дөйөм ятаҡта йәшәй башлай. Икенсе ҡыҙҙары тыуғас, әсәлек капиталы алалар. Был аҡсаға Йәштәр микрорайонында ер участкаһы һатып алып, төҙөнә башлайҙар. 2008 йылда яңы йортҡа күсәләр. Хәҙер улар төкөтмә төҙөү тураһында хыяллана. Сертификат алыу ғаилә өсөн ҙур шатлыҡ булды.
— Өйөбөҙ ҙур түгел, ләкин үҙебеҙҙеке. Ашхана, бәләкәй генә ал яҡ, һыуыҡ дөйөм бәҙрәф бар. Беҙ быға ла шат инек, — тип һөйләй Флидә Зөфәр ҡыҙы. — Иң мөһиме, беҙҙең үҙ йортобоҙ, баҡсабыҙ бар. Хәҙер төҙөлөштө тамамларға мөмкинселек булды. Алла бирһә, тырышып эшләргә һәм ҡыуанып йәшәргә булһын.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас