Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
28 Декабря 2020, 08:23

Хыялдар тормошҡа ашҡанда

Хыялдарҙы тормошҡа ашырырға бер ҡасан да һуң түгел! 12 бала әсәһе Альбина Хәйҙәршина 30 йыл буйына парашют менән һикерергә хыялланған. Тормош иптәше Винер Флүр улы десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән.Балтас районы.

Был мөмкинлек — уның Әсә көнөнә һөйөклөһөнә бүләге. “Парашют менән һикереү тураһында тормош иптәшемдең һөйләгәндәренән һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлап, күңелемә һалып барҙым. Һикереү алдынан махсус курс үтеү миңә кәрәкмәй ине хатта, имтихан һорауҙары таныш ине. Бейектән осоп, ергә төшкәс тә, яңынан күккә менге килде. Оҙаҡ йылдар күңелемдә йөрөткән хыялымды тормошҡа ашырҙым, шуға ла мин, ниндәй генә ауыр булһа ла, 2020 йылға рәхмәтлемен!” — ти Альбина.
Ваҡиға Октябрьский ҡалаһында була. Альбина, Винер һәм улдары Альмир бергәләп бара. Иртәнге томан, 100 километр юл буйына бензин һалыу пункттары булмау, уҡыуҙарға һуңға ҡалыу... Инструктор ҡәтғи ҡаршы булһа ла, һикереү тәртибен ире өйрәткәндән һуң, Альбина имтиханды уңышлы тапшыра. Артабан аэродромға барғанда аҙашалар, элемтә булмау сәбәпле, навигатор бер нәмә лә күрһәтмәй, ярты сәғәт буйына эҙләп, юлды табалар. Ҡаршылыҡтарға ҡарамай Хәйҙәршиндар. Өсөһө лә парашют менән һикерә. “Ҡурҡып торорға ваҡыт булманы. Мең километр бейеклектә зәңгәр күкте ҡосоп, ергә ынтылғанда кисергән хисте әйтеп аңлатырға һүҙҙәр етмәй. Йыл һайын, балалар бәләкәй булғанлыҡтан, киләсәккә кисектереп килгән хыялымды, рәхмәт яҡындарыма, тормошҡа ашырҙылар. Яҡты хыялдар менән аяҡ баҫығыҙ Яңы 2021 йылға! Уларҙы ысын итергә ашығығыҙ!” — ти ҡыйыу әсә Альбина Хәйҙәршина.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас