Йәнтөйәк
-17 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Декабрь 2020, 13:25

Баһалап бөткөһөҙ бүләк

Ағымдағы йылдың 20 авгусында Балтас районы ойошторолоуға 90 йыл тулды. Юбилей йылында райондың бөгөнгө көнө һәм данлы тарихы тураһында “Балтас районы. Үткәндәрҙән — киләсәккә” һәм “Тыуған илем — Балтас ере” тигән ике китап донъя күрҙе. Проект етәксеһе — район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев.

Беренсе китап башында район ғорурлығы булған шәхестәргә — юғары исемдәргә лайыҡ, ҙур эштәре менән республика тарихына ингән етәксе, яҙыусы, ғалим, табип, артист, рәссамдар, күренекле граждандар тураһында мәғлүмәт бирелә; был ерҙәрҙә төрлө ырыу, милләт халыҡтарының урынлашыуы, 1755-1756 йылдарҙағы башҡорт ихтиталы етәксеһе Ғабдулла Ғәлиев-Батырша (Юғары Ҡарыш ауылында тыуған), уның китапханаһы, күтәрелештең әһәмиәте, Нөркә ауылы янында Салауат Юлаевтың һуңғы яуы, 1759-1780 йылдарҙа Ҡара-Табын волосы старшинаһы Ҡолой Балтасев һәм уның шәжәрәһе, батырлыҡтары менән Рәсәйҙә дан тотҡан мишәр дворяндары — Янышевтар, кантон, земство етәкселеге ваҡытындағы үҙгәрештәр, райондың Боғҙан ауылы аша үткән “каторжан юлы” — район тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһала. “Балтас районы ойошторолоуы һәм үҫеше” бүлегендә төрлө йылдарҙағы етәкселәр, улар менән бергә эшләгән кешеләр, эшмәкәрлектәренең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, әлегә ҡәҙәр баҫтырылған китаптарҙан айырмалы булараҡ, һуғышта ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар, 112-се башҡорт атлы дивизияһы составында немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән райондаштарыбыҙ тураһында мәғлүмәт тупланған. Китапта ауыл хужалығы, төҙөлөш, эшҡыуарлыҡ өлкәләренең, предприятиеларҙың үҫеше, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау, хоҡуҡ һаҡлау, банк системаһы, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары, киң мәғлүмәт саралары тарихы һәм бөгөнгөһө ҙур урын алып тора. Дин — мәсеттәр һәм сиркәү, йәмәғәт ойошмалары — комсомол, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары, милли автономиялар тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә был китапта башлап бирелде һәм уның үҙенсәлеге булып тора.
Икенсе китап тулыһынса 15 ауыл биләмәһе, уларға ҡараған ауылдар тарихына бағышланған. Был эш район күләмендә беренсе башлап башҡарылды. Ауылдар барлыҡҡа килеү тураһында мәғлүмәт Әнүәр Әсфәндийәровтың хеҙмәттәрендә бар, күп кенә ауылдарҙа йәшәүселәр, ҡыҙыҡһынып, тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеп, уларҙы тулыландырған. 19-сы быуаттың башы, һуғышҡа тиклемге тормош, ветерандар, күмәк хужалыҡтарҙың гөрләп эшләгән йылдары, хеҙмәт алдынғылары тураһында өҙөк-өҙөк мәғлүмәт яҙып ҡалдырылған. 1990 йылдан һуң — бушлыҡ. 21 быуат башындағы ваҡиғаларға ла иғтибарҙы бик аҙ йүнәлткән яҙыусылар. Уйлап ҡараһаң, беҙ йәшәгән бөгөнгө көн дә иртәгә тарихҡа күсә. Ваҡиғалар шул тиклем күп, донъя ҙур тиҙлек менән үҙгәрә, күп нәмә онотола; барыһына ла анализ биреп, тормошобоҙҙоң йылъяҙмаһын алып барырға, ҡыҙғаныс, ҡул етмәй... Мәғлүмәт Иҫке Янбай, Юғары Ҡарыш, Көндәшле, Иҫке Уразай, Тушҡыр, Яңы Ямурҙа ауылдары тураһындағы китаптарҙан, халыҡтың хәтирәләренән, колхоз осоронда Октябрь революцияһының юбилей йылдарында төҙөлгән альбомдарҙан, дәфтәрҙәргә яҙып ҡалдырылған иҫтәлектәрҙән алынды. Юғалып барған тарихтың бер ни тиклем өлөшө инде китапҡа. Мәктәп уҡыусылары, тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр артабан йыйһын, туплаһын, байытһын ине был материалды.
Китаптың мөхәррире — Гөлнара Шәймөхәмәтова, макет һәм версткалау Салауат Хәсәнов менән берлектә эшләнде. Әҙер фотофайлдарҙан китаптарҙы Өфө ҡалаһындағы “Полиграфдизайн” йәмғиәте баҫтырҙы. Материалдар туплағанда район хакимиәтенең, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие һәм учреждение етәкселәренең, мәктәп директорҙарының ярҙамы ҙур булды, райондың илһөйәр шәхестәре, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Наил Хажиев, Рәфис Шәйхәйҙәров, Рәйеф Әмиров, Рәфхәт Әхкәмов, Хәнис Хажимов, Рәлиф Шакирйәнов, Ғәли Сәрүәртдинов, Марс Шәрипов, Миләүшә Нәбиева, Нәфис Хәмәтнуров, Мәғдән Фазылов, Хәнәфи Вәлиев, Вениамин Мурзин, Әдип Әлетдинов, Роза Мифтахова һәм башҡаларҙың яҙмалары ҡулланылды. Тарихи фотолар райондаштарҙың шәхси архивтарынан алынды. Ойошма һәм учреждение коллективтары, ауылдарҙа йәшәүсе хеҙмәт ветерандары, Балтастың ҡабатланмаҫ гүзәл тәбиғәте Ғәзим Талипов, Алһыу Шәймөхәмәтова, Мөнир Мортазин, Аяз Вәлиев фотоларында күрһәтелгән. Баҫманың корректорҙары — Гүзәл Вәлиева, Зилә Кашапова, Венария Сәхипова, Алһыу Шәймөхәмәтова. Китаптарҙы сығарыу өсөн яуаплылыҡты “Балтач таңнары” гәзитенең баш мөхәррире Рөстәм Вәлиев үҙ өҫтөнә алды. Әйтергә кәрәк, уларҙы сығарыуға тулыһынса балтастар хеҙмәте һалынған.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас