Йәнтөйәк
+21 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
28 Декабря 2020, 08:32

Ҡала көндән-көн матурлана

Бөрө ҡалаһы халҡын Ленин урамындағы линиялы рекреацион-йәйәүле киңлеген һәм уның эргәһендәге территорияны төҙөкләндереү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Нәҡ ошо проект менән Бөрө 2021 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит тыуҙырыу федераль конкурсында ҡатнаша.

Башҡортостандың ҡалалар үҫтереү институты командаһы һәм “Яңы ер” проект-консалтинг компанияһы урындағы хакимиәт, мәҙәниәт, мәғариф вәкилдәре, эшҡыуарҙар, йәштәр, спортсылар менән эпидемиологик торошҡа бәйле сикләнгән даирәлә бер нисә осрашыу үткәрҙе (һүрәттә).
Бөрөләр 2019 йылда “Бөрө ваҡыты” архитектура-парк ансамбле” менән конкурста еңгәйне инде. Уның буйынса эштәр тамамланды тиерлек, шуға күрә яңы заявка бирергә мөмкинселек бар. Конкурста был юлы ла еңеү яулар өсөн уны нисек итеп дөрөҫ эшләргә? Заявка биреү һәм проект төҙөүҙә үҙҙәренең ярҙамын тәҡдим иткән ҡала төҙөлөшө эксперттары һәм социологтар ошондай һорау ҡуйҙы. Улар киләсәктә байтаҡ йәмәғәт фекер алышыуҙарын планлаштыра. Унда ҡала халҡы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша ала.
Осрашыуҙы ойоштороусыларға биләмә буйынса урындағы властың, халыҡтың үҙенең талаптарын асыҡларға кәрәк ине. Былар бик мөһим. Ленин урамы — тарихи, сауҙа, мәғариф объекттары булған иң боронғо урамдарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта ул рельефы буйынса ҡатмарлы ла. Урындағы эшҡыуарҙарға бында “урын юҡ”, сөнки бирелә шәхси сектор өҫтөнлөк итә.
Маршрутты ҡала Мәҙәниәт йортона тиклем оҙонайтырға йәки Соколокка тиклем “түңәрәкләп” ҡуйырға, тигән тәҡдимдәр булды. Махсус мәғлүмәти-туристик үҙәген төҙөү һәм берҙәм ваҡиғалар календарын әҙерләү буйынса ла бәхәсләштеләр. Бының менән хакимиәтме, әллә эшҡыуарҙар шөғөлләнергә тейешме? Башта туристарҙы ҡыҙыҡһындырған тарихи урындарҙы табырға, һуңынан ғына улар өсөн маршрут булдырырға һәм уны үҫтерергә, тигән фекерҙәр яңғыраны.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар локаль брендтарҙы үҫтереү темаһын да тикшерҙе. Был яҡтан ҡаланың потенциалы ҙур. “Тәмле Бөрө” бренды аҫтында барлыҡ етештереүселәрҙе берләштерергә мөмкин. Бында дөйөм логотип һәм сифаттың берҙәм стандарттары булырға тейеш. Ысынында иһә, “Бирские леваши (алманан ҡаҡ)” бренды бик үҙенсәлекле күренде. Беҙҙең яҡ нәҡ ошо емеш менән дан тота. Алма темаһы — сикһеҙ фантазия һәм мөмкинлектәр иле.
Бөрө халҡы ҡунаҡтарҙы фантазияға бай һәм ныҡышмал булыуҙары менән һоҡландырҙы. Был осрашыу киләсәктә лә семинарҙар үткәрергә, фекер алышырға кәрәклеген күрһәтте. Эксперттар халыҡтан барлыҡ талаптарҙы һәм идеяларҙы йыйып, уртаҡ фекергә килеп, проект төҙөйәсәк һәм уны бөрөләргә күрһәтәсәк.
Һәр ҡайһыбыҙ http://qorod.love/birsk сайтында йәки социаль селтәрҙәрҙә #бирскменяетсядлянас хештеге аҫтында ролик урынлаштырып, ҡаланы төҙөкләндереүҙә үҙенең вариантын тәҡдим итеп, яңы заявка төҙөүҙә ҡатнаша ала.
Степан Чиглинцев фотолары.
Ольга Платонова авторы.
Читайте нас