Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
28 Декабря 2020, 08:36

Ғаилә әбейле булды

Ҡайһы бер ғаиләләр балалар йортонан йәки социаль приюттан тәрбиәгә бала ала — быныһы инде өйрәнелгән хәл. Ләкин ҡартайып хәлһеҙ һәм ярҙамһыҙ ҡалған ете ят кешеләрҙе ғаилә тәрбиәһенә алыу әлегә һирәк күренеш.Ҡариҙел районы.

Республикала 2016 йылдан алып оло кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу программаһы эшләй. Ул өлкән быуын вәкилдәренең йәшәү шарттарын еңеләйтеүгә, уларға ғаиләлә тәрбиә биреүгә, яңғыҙлыҡта ҡалдырмауға йүнәлтелгән.
Етем балаға ҡарағанда оло кешене тәрбиәгә алыуы ҡыйыныраҡ, сөнки ул үҙ хәлен яҡшы аңлай, кешеләрҙең ышанысын аҡламам, был ғаиләгә артыҡ мәшәҡәт булырмын, тип борсола. Шуның өсөн дә ғаиләлә тыныслыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу булдырыу мөһим, ике яҡ та үҙен ыңғай хис итергә тейеш.
Байҡыбаш ауылынан Рәйфә Хәтмуллина ғаиләһе районыбыҙҙан шундай мәрхәмәтлеләрҙең беренсеһе булды. Улар яңғыҙ әбей Кәримә Таярованы үҙҙәренең йортона йәшәргә алды.
Кәримә Талип ҡыҙына 86 йәш, ул Үрге Түргәнәй ауылында тыуып үҫкән. Оҙаҡ йылдар Кирҙәлә йәшәгән, колхоз бригадаһында төрлө эш башҡарған. Әлбиттә, уның тормош иптәше лә булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшләй үлгән. Ә бына әсә булыу бәхетен кисерергә насип булмаған уға. Яҡын ҡәрҙәш-туғандары ла юҡ. Йорт ҡарауы ауыр, шуға ла уға ҡарттар йортона күсенергә тәҡдим итәләр. Кәримә Талип ҡыҙы риза булмай, уның өйө бар бит. Шунан һуң “Ғаилә” төньяҡ район-ара үҙәге белгестәре әбейгә Хәтмуллиндар ғаиләһе ҡарамағына күсенергә кәңәш итә.
— Беҙ дауаханала танышҡайныҡ, — тип һөйләй Рәйфә Солтанғәли ҡыҙы. — Әбей япа-яңғыҙ йәшәүе тураһында һөйләне, күңелһеҙлеккә зарланып торҙо. Ә үҙенә ошондай тәҡдим яһағас, беҙҙе һайлаған. Күрәһең, мине оҡшатҡан булған.
Рәйфә Хәтмуллина үҙе лә ҡатлаулы тормош юлы үткән. Нәғретдин ауылында тыуған. 7-се класта уҡыған сағында ата-әсәһе фажиғәле рәүештә һәләк була. Ҡыҙ Магнитогорск ҡалаһында балалар йортонда тәрбиәләнә. Унан һуң Иванов өлкәһендәге Шуя ҡалаһында училищела уҡый. Яңынан Магнитогорскиға ҡайта. Шунда буласаҡ тормош иптәше менән таныша. Йәштәр Сибай ҡалаһына күсенә, унда дүрт балалары тыуа. Ләкин ғаилә бәхете оҙаҡҡа һуҙылмай — ире вафат була. Береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала менән тол ҡалған ҡатын тыуған яғына ҡайта. Күпме ҡыйынлыҡтар күреүен, ерһеҙ-йортһоҙ йөрөүҙәрен һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Оҙаҡ йылдар үтеп, улы хәрби хеҙмәткәр булғас, ул әсәһенә Байҡыбаш ауылында йорт һатып ала. Бына шунда ғына Рәйфә Солтанғәли ҡыҙының үҙ йорто — үҙ ояһы барлыҡҡа килә. Быйыл улар икенсе ире менән өйҙө нығытҡан, яңы веранда эшләгән.
Рәйфә Хәтмуллинаның балалары уҡып белем алған, һәр береһе ғаилә ҡорған, балалары бар. Әсә кешенең теләге бер генә — “мин күргәнде ғәзиздәрем күрмәһен”, тип доға ҡыла.
Үҙ ғүмерендә күп ауырлыҡ кисергән ошо яғымлы ҡатын-ҡыҙға ҡарайһың да, уның кеше ҡайғыһын уртаҡлаша белеүен аңлайһың, яңғыҙ әбейҙе ярҙамһыҙ ҡалдырырға уның намыҫы ҡушмай. Рәйфә Солтанғәли ҡыҙы яңғыҙ ҡалыу әсеһен бик яҡшы белә, шуға ла үҙ балаларына ғына түгел, быға тиклем ете ят булған әбейгә лә күңел йылыһын бүлергә әҙер. Кәримә әбейҙең ҡаҙна йортонда түгел, ә игелекле әҙәмдәр араһында, барлыҡ башҡа оло кешеләр кеүек үк хәстәрлекле ғаилә ҡарамағында ысын тормош менән йәшәйәсәге ҡыуаныс уята. Ә яҡшылыҡ сауап булып изге күңелле Рәйфә Солтанғәли ҡыҙына, һис шикһеҙ, әйләнеп ҡайтыр.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас