Йәнтөйәк
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Общие статьи
25 Декабря 2020, 08:56
Бала тәрбиәләгәндәр өсөн түләүҙәр артасаҡ
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балаларҙы тәрбиәгә алған ата-әсәләргә һәм опекундарға түләүҙәр тураһындағы закондарға үҙгәрештәр индергән яңы законға ҡул ҡуйҙы.
Яңы йылдың 1 ғинуарынан балаларҙы тәрбиәгә алған ата-әсәләргә күберәк түләйәсәктәр.Өс йәшкә тиклемге һәр сабый өсөн айлыҡ түләү 10 138 һум, был йәштән өлкәнерәк балалар өсөн 8 451 һум тәшкил итәсәк.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балаларҙы тәрбиәләгән өсөн дә түләүҙәр арта.Өс йәшкә тиклемге һәр сабый өсөн 12 167 һум, был йәштән өлкәнерәк балалар өсөн 10 142 һум күләмендә аҡса түләнәсәк.
Өс йәшкә тиклемге сабыйҙар тәрбиәләгән опекундар ай һайын 7 143 һум, унан өлкәнерәк балаларҙы ҡарағандар 6 868 һум күләмендә түләүҙәр аласаҡ.
Инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың опекундарына өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн 8 571 һум, унан өлкәнерәк балаларҙы тәрбиәләгән өсөн 8 242 һум айлыҡ түләү ҡаралған.
Яңы законға ярашлы, патронат тәрбиәселәргә ай һайын өс йәшкә тиклемге һәр бала өсөн 10 138 һум, унан өлкәнерәктәр өсөн 8 541 һум аҡса түләү билдәләнгән. Инвалид йәки сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың патронат тәрбиәселәренә 1 ғинуарҙан өс йәшкә тиклемге һәр сабый өсөн 12 167 һум, ә унан өлкәнерәк һәр бала өсөн 10142 һум күләмендә аҡса түләнәсәк.
Фото:Pikabu.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"