Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
20 Декабря 2020, 15:55

Ун көнлөктә башланғыс класс уҡыусылары ла теләп ҡатнашты

Асҡын 2-се урта мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә арналып бай йөкмәткеле саралар ойошторолдо. Уларҙа башланғыс класс уҡыусылары ла теләп ҡатнашты.

Башҡорт теле көнөнә арнап белем усағында ун көнлөк үтте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Вилена Фәүзәт ҡыҙы Фәтхетдинова, Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина, Рәзифә Исмәғзам ҡыҙы Сәйәхинурова ойошторған “Башҡорт милли кейеме” һүрәттәр конкурсында уҡыусылар халҡыбыҙҙың милли кейемдәре буйынса белемен һәм һүрәт төшөрөү оҫталыҡтарын күрһәтһә, башҡорт телендә шиғыр ятлаусылар бәйгеһендә яттан тасуири һөйләү буйынса ярышты. Был конкурстарҙа башланғыс класс уҡытыусылары Лүбидә Рәйет ҡыҙы Әхмәтдинова һәм Гөлнара Мөбәрәкйән ҡыҙы Сәйетова етәкләгән класс малай-ҡыҙҙары ла әүҙем ҡатнашты.
Шулай уҡ уҡыусылар дәрестәрҙә Башҡортостан мәҙәниәте буйынса проект эштәр яҙып та яҡланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡытыусылар балалар үҙҙәренең шәжәрәләрен бәләкәйҙән белеп үҫһен өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Ата-әсәләре ярҙамында төҙөгән шәжәрәләре менән улар ун көнлөк сиктәрендә лә класташтарын таныштырып, нәҫелдәренең күренекле кешеләре, уларҙың шөғөлдәре тураһында һөйләне.
Ун көнлөк йомғаҡтары буйынса иң һәләтлеләр һәм тырыштар Грамоталар менән бүләкләнде.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас