Йәнтөйәк
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
17 Декабря 2020, 08:10

Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдылар

Башҡорт теле йылын йомғаҡлау тантанаһында башҡорт теленә, тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләгәне, халҡыбыҙ араһында уның абруйын, бәҫен күтәргәне, пропагандалағаны өсөн уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм редакция хеҙмәткәрҙәре Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Башҡорт теле йылында мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында пландар төҙөлөп, бик күп эштәр башҡарылды. Йомғаҡлау сараһында уҡыусылар, балалар менән әүҙем эш алып барған мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. Улар — Глафира Фәйершина, Зөлфиә Ғилфанова (Табаҫҡытамаҡ мәктәбе), Эльмира Шәйхуллина (Ҡышлауйылға), Алһыу Хәсәнова (Яңы Ҡаҙансы), Рушания Шәрәфетдинова (Асҡын “Күк сәскә” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе). Шулай уҡ “Йәнтөйәк” район-ара гәзите хеҙмәткәрҙәре Зимфира Нартдинова менән Илһөйәр Махатова ла ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Илһөйәр Ғаянова.
Марат Юнысов фотолары.
Читайте нас