Йәнтөйәк
+23 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
16 Декабря 2020, 09:36

Афарин, Салауат!

Асҡындан тырыш, маҡсатсан егетебеҙ Салауат Юнысов И.М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында белем ала. Ул Мәскәү ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы ла. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бүләкләнде.#Асҡынрайоныбашҡорттарыҡоролтайы#Курултайбашкираскинскогорайона #рух #ГодБашкирскогоЯзыка #БашҡортТелеЙылы

Тырыш, ныҡышмал Салауат Юнысов мәктәптә уҡығанда уҡ районыбыҙҙа милли рухта үткән төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Илебеҙҙең баш ҡалаһында ла ул Башҡортостандан булған яҡташтарын туплап, төрлө саралар үткәреүҙә ҙур тырышлыҡ һала.
Күптән түгел Салауат Марат улы Башҡортостан Республикаһында Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көнө сиктәрендә ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Бынан тыш маҡсатсан, рухлы егет Башҡорт теле йылына арналған “Башҡортса вайн төшөрөү” конкурсында һәм “Башҡортса асылмалар” интернет бәйгеһендә лә ҡатнашып, “Иң оригиналь открытка” номинацияһында еңеү яулап, диплом һәм аҡсалата сертификатҡа лайыҡ булды.
Рухлы яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уның киләсәктә лә яңынан-яңы уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ!
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас