Донъя матур...
Ап-аҡ тунын кейеп,
Ергә аяҡ баҫты һалҡын ҡыш.
Ундағы сафлыҡ һәм бөхтәлек —
Күрәм кеүек һаман матур төш.
Был миҙгелдең күркәм бер байрамы —
Яңы йылдар килә еремә.
Күңелдәрҙән ташҡын-ташҡын булып
Изге теләк килә уйыма.
Теләгеләр килә теләктәрҙе
Дуҫтарыма, туғандарыма,
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз балаларға
Һәм яратҡан ейәндәремә.
Сәләмәтлек, күңел тыныслығын
Алып килһен Яңы йылыбыҙ.
Илдәр тыныс, тормош имен булһын,
Балҡып атһын һәр бер таңыбыҙ.
Яңы йылға яңы өмөт менән,
Яңы уйҙар менән сығам мин.
Ауырлыҡты артта ҡалдырам да,
Яҡшыларын ғына алам мин.
Бер Хоҙайым, ярҙамыңды һорап,
Доға уҡып һиңә ялбарам.
Теләктәрем ҡабул булһын, тиеп,
Кәңәш бирсе, тиеп һыйынам.
Насарлыҡтан, афәттәрҙән һаҡла,
Хызыр Ильяс булһын юлдашым.
Яман уйлы, керле күңелдәрҙән
Йыраҡ йөрөт, итмә серҙәшем.
Әсәм тәрбиәһе, иман нуры
Барыр юлдарымды яҡтыртһын.
Яҙмышыма төшкән ғүмер юлын
Үтер өсөн Аллаһ көс бирһен.
Үкенмәҫлек итеп үттерһен...
Флидә Фәтхиева.
Тәтешле районы, Юғары Тәтешле ауылы.