Йәнтөйәк
+23 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
11 Декабря 2020, 20:35

Азамат Йосопов паспорт алды

Паспорт алыу — кеше тормошонда мөһим һәм иҫтә ҡала торған ваҡиғаларҙың береһе. Нәҡ ошо ваҡыттан үҙеңде илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп хис итә башлайһың. Район хакимиәтенең ултырыштар залында районыбыҙҙың 10 үҫмеренә Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты тапшырылды.

Мөһим документты үҫмерҙәргә район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығы Асҡын районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһе начальнигы Зөһрә Ғәйниәхмәтова тапшырҙы.
Асҡын 2-се урта мәктәбенең 8-се Б класы уҡыусыһы Азамат Йосопов та илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы гражданы булды. Ул Солтанай ауылында Эльза һәм Рим Йосоповтар ғаиләһендә икенсе бала булып тәрбиәләнә. Азамат бик тырыш, аҡыллы һәм әүҙем уҡыусы. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, теүәл фәндәрҙе ҡыҙыҡһынып уҡый. Спорт менән шөғөлләнә, шахмат уйнарға ярата. Турнирҙарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар ала.Тырыш малай өйҙә ата-әсәһенең уң ҡулы. Барлыҡ хужалыҡ эшендә ярҙамлаша, ҡустыһы Булатҡа уҡыуы буйынса булыша.
— Паспорт алыу менән бергә кешенең хоҡуҡтары ла, бурыстары ла арта. Ул үҙенең ҡылған ғәмәлдәре өсөн яуап бирә башлай. Беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙҙы тәртипле, тәүфиҡлы итеп күргебеҙ килә. Илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ, — тине Азаматтың әсәһе Эльза Тимерша ҡыҙы.
Читайте нас