Диннурҙың иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын әсәһе, атаһы, һеңлеһе Диана түҙемһеҙлек менән көтөп торҙо. Ул Баҙансат ауылында тыуып үҫте. Бәләкәйҙән, отҡор, тырыш, хеҙмәт һөйөүсән булды. 2015 йылда ғаиләләре яңы өй һалып, Асҡынға күсенеп килде. Диннур 9-сы класты Асҡын 2-се урта мәктәбендә тамамлап, артабан Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында уҡыны. Хәрби хеҙмәткә алынғансы Асҡын линия-техник цехында электромонтер булып эшләне.
— Армияға теләк менән барҙым. Һәр ир-егет Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш, тип уйлайым. Атайым Дим Зиннәтулла улы ла ваҡытында Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән, ул — хәрби хәрәкәттәр ветераны. Шулай уҡ ике яҡтан да бабайымдар — Винер Зиннәтулла улы ла, Илшат Хисаметдин улы ла хәрби бурыстарын Афған ерендә үткән. Улар менән бик ғорурланам. Аллаға шөкөр, бер йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Мин Хабаровск крайының Комсомольск-на-Амуре ҡалаһында тимер юл ғәскәрендә водитель булып хеҙмәт иттем. Хеҙмәттәге уңыштарым өсөн “Тимер юл ғәскәрҙәре отличнигы” билдәһе менән бүләкләндем, — тип хеҙмәте тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләне Диннур.
Диннур Ғәлиевты алдағы тормошонда ла уңыштар, яҡшылыҡтар ғына көтөп торһон!