Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Декабрь 2020, 16:00

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

“Тыуған ерем – Асҡыным” шиғыр яҙыусылар конкурсына#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#Конкурсстихов Иҫке Ҡаҙансы ауылы китапханасыһы Гөлфинә Исламова “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:

Районыбыҙға — 90 йәш
Асҡынымдың картаһына
Ҡараһаҡ яҡшы ғына,
Ул бит, дуҫтар, оҡшап тора,
Рәсәй картаһына.
Рәсәй менән Башҡортостан,
Әйтерһең, бер ҙур ғаилә.
Яратҡан бер балаһылай,
Асҡыным шул ғаиләлә.
Бай тарихлы тормош юлын
Үтте беҙҙең район.
90 йыллыҡ юбилейын
Байрам итәбеҙ бөгөн.
Байҡап китһәң ғүмер юлын,
Ҙур китаптар яҙырлыҡ.
Беҙҙән сыҡҡан шәхестәргә
Таш һәйкәлдәр һалырлыҡ.
Маҡтанмаған, маҡталмаған,
Йәшендәй йәшнәмәгән.
Халҡым тиеп, илем тиеп,
Тыныс ҡына йәшәгән.
Иген игеп, мал үҫтереп,
Урман киҫеп көн иткән.
Ил саҡырғас изге яуға
Күпме ир-егет киткән.
Башын һалған иле өсөн,
Ирҙәр ғүмерен биргән.
Тылдағылар фронт өсөн
Һуңғы телемен бүлгән.
Асҡын һыуын эсеп үҫкән
Егеттәрҙең аҫылы.
Районыбыҙ даны бөгөн —
Биш Герой — яу батыры.
Заман елдәре төрлөсә
Тырышҡанда һынарға,
Һығылманы, тура ҡалды,
Бирешмәй һынауҙарға.
Рус, татар, башҡорт йәшәй
Ҙур татыу ғаилә булып.
Байрамдарҙа һый-хөрмәттән
Тора өҫтәлдәр тулып.
Ҡайҙа һуң ул Асҡын тиеп,
Беҙҙән һораусы бөттө.
Районыбыҙ даны бөгөн
Бөтөн Рәсәйгә китте.
Иген үҫә, нефть сыға,
Шаулай урмандарыбыҙ.
Районыбыҙ даны бөгөн
Шифалы “Таныбы”быҙ.
Маҡтанмайбыҙ беҙ бөгөн дә,
Бары ғорурланабыҙ.
Гүзәл тыуған яғыбыҙҙан
Бөгөн илһам алабыҙ.
Йәшә, Асҡын, балҡып йәшә,
Юбилейың ҡотло булһын.
Беҙҙән һуң килер быуындар
Һине ҙурлап данға күмһен.
Гөлфинә Исламова
Читайте нас