Йәнтөйәк
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Общие статьи
7 Декабря 2020, 11:03
Иғтибар: тауыш биреү башланды!
“Тыуған ерем – Асҡыным” шиғыр яҙыусылар конкурсына#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#КонкурсстиховАсҡын ауылында йәшәүсе Сөмбөл Әсләмова “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:
Ғорурлығым һин
Матур ерҙәр күптер ҙә ул,
Тыуған ерем бер генә.
Ҡайҙарҙа ғына булһам да,
Йөрәгемдә һин генә.
Асҡын яғы бик матур яҡ,
Урмандары, ҡырҙары.
Һандуғасты ла уҙҙыра
Йырлағанда ҡыҙҙары.
Ир-егеттәр бөркөт кеүек,
Сая, көслө, батырҙар.
Һис кенә лә һынатмаҫтар,
Сөнки улар — асҡындар.
Асҡын ере дан тоталыр
Ул һәм ҡыҙҙары менән.
Артистарыбыҙ ни тора,
Көрәшселәр — бер тигән?!
Ғалимдарыбыҙ — ғорурлыҡ,
Күпме шәхестәребеҙ!
Һоҡланабыҙ һиңә, Асҡын, —
Ғәзиз тыуған еребеҙ.
Киләсәгең балҡып торһон,
Күкрәп йәшә, Асҡыным!
Йыраҡтарҙан ул-ҡыҙҙарың
Ҡайтһын һиңә ашҡынып.
Сөмбөл Әсләмова
Читайте нас