Йәнтөйәк
+21 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
7 Декабря 2020, 11:04

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

“Тыуған ерем – Асҡыным” шиғыр яҙыусылар конкурсына#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#Конкурсстихов Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны, ошо төбәк “Ағинәйҙәр ҡоро”н етәкләүсе Мәмдүнә Зарипова “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:

Асҡыныма — 90 йәш
Йөрәгемдән сыҡҡан һүҙҙәрҙе,
Күңелемдән сыҡҡан серҙәрҙе,
Ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып,
Яҙам әле шиғри юлдарҙы.
Йөрәгемдән сыҡҡан һүҙҙәрҙе,
Күңелемдән сыҡҡан моңдарҙы,
Ҡотлау йырҙарына һалып,
Йырлайым әле ошо йырҙарҙы.
Асҡын яҡтарына тиң булырлыҡ
Хозур ерҙәрҙе мин эҙләнем.
90 яшең менән ҡотлау өсөн
Лайыҡ һүҙҙәр күпме эҙләнем.
Лайыҡ һүҙҙәр, лайыҡ моңдар
Эҙләнем мин, эҙләнем.
Күренекле шәхестәрҙе
Күҙләнем мин, күҙләнем.
Яҙыусылар, табиптар,
Министрҙар, артистар
Бирҙе минең Асҡыным.
Тыуған көнөнә ҡайтырға
Ашҡының һеҙ, ашҡының.
Туған көнөң менән,
Биш геройлы Асҡыным!
Тыныс, аяҙ күк йөҙөндә
Йәшәһен данлы халҡым.
Мәмдүнә Зарипова
Читайте нас