Йәнтөйәк
+19 °С
Ясно
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Общие статьи
7 Декабря 2020, 11:05
Иғтибар: тауыш биреү башланды!
“Тыуған ерем – Асҡыным” шиғыр яҙыусылар конкурсына#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#КонкурсстиховУрмияҙ ауылында йәшәүсе әүҙем, шиғри күңелле ағинәй Зөһрә Ғайнуллина “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:
Тыуған яғым
Айыуға оҡшап тора бит,
Башҡортостан, илгенәм.
Иң бейектә, елкәһендә
Асҡын — тыуған ергенәм.
Асҡындың үҙен оҡшатам
Ҡолас йәйгән ҡосаҡҡа.
Шундай алсаҡ, иғтибарлы
Һәр бер килгән ҡунаҡҡа.
Тәбиғәте йомартлығын
Башҡа ерҙәр күрмәгән.
Кешеләре — бер хазина,
Асҡынымды биҙәгән.
Һөйләш телем — башҡорт теле,
Күңелемдең байлығы.
Быуаттарҙың аманаты,
Беҙгә аҡыл һандығы.
Тыуған илемдә йәшәйем —
Ниндәй оло ҡыуаныс!
Үҙ телемдә йыр йырлайым —
Күңелемә йыуаныс.
Эй, Асҡыным , юбилейың менән
Һине данлап йырлайым.
Һине һөйөп, һине маҡтап,
Һис кенә лә туймайым.
Йөрәгемдең бар ялҡыны
Һиңә, тыуған Асҡыным.
Бер ергә лә алыштырмаҫ
Яҡындарҙан-яҡыным!
Зөһрә Ғайнуллина. Урмияҙ ауылы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"