Кем күрмәгән бер ҙә Асҡын яғын
Белмәй хатта ҡайҙа икәнен.
Айыу төйәге тип, юлһыҙ яҡ тип,
Ҡырағай яҡ тип, уйлай үткәнен.
Яңылышаһығыҙ, дуҫтар, яңылышаһығыҙ,
Күрегеҙ һеҙ килеп бер генә.
Ваҡытлыса ғына килеүсе лә
Балыҡҡа бай йылға-күлдәр,
Баҡсаларҙа бешә еләк-емеш,
Нигеҙ ҡороп нәҫел арттырған.
Матур киләсәген алдан күреп,
Өмөт менән таңдар арттырған.
Килде ул көн, оҙаҡ йылдар аша —
Матурлана, үҫә, әйтерһең дә,
Туй килерен көткән йәш кәләш.
Бөгөнгөһө яҡшы, киләсәгең
Гүзәлерәк булһын тағы ла.
Үҙ еремдә үҫеп бешкән икмәк
Һәр саҡ булһын беҙҙең табында.
Туған көнөң менән, Асҡыным!
Һинең менән ғорур атлайым.
Ҡайҙа булһам һине һағынып ҡайтам,
Башҡа гүзәл ерҙәр тапмайым.
Әлфинә Зарипова. Шишмә-Үрәкәй ауылы.