Йәнтөйәк
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Декабря 2020, 11:07

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#КонкурсстиховАсҡын ауылында йәшәүсе әүҙем, шиғри күңелле ағинәй Зимфира Закирова “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:

Асҡыным
Хозур тәбиғәтле Асҡыным
Дан ҡаҙанған башҡорт илендә.
Йәшәй һинең ул һәм ҡыҙҙарың
Ғәзиз төйәк — тыуған еремдә.
Илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр
Йөрөмәйҙәр ситтә эҙләнеп.
Гөрләтеп донъя көтәләр
Асҡынымда ныҡлы төпләнеп.
Йылдар ҡырыҫ ҡына килһәләр ҙә,
Бына быйыл халҡым дәртләнеп.
Оло юбилейҙы билдәләй,
Үҙ уңыштарына һөйөнөп.
Ошо байрам уңайынан
Һәр кем районымды тәбрикләй.
Бөйөк Еңеүгә лә 75 йыл —
Еңеүселәр генә күрәлмәй.
Бөгөнгөһө көнгә, Асҡыным,
Урау юлдар аша килгәнһең.
Тарих биттәренә күҙ һалһаң,
Бик күп ауырлыҡты күргәнһең.
Заман йөгөн ауыр итмәнең,
Күкрәгеңде ярһып ҡаҡманың.
Илем яҙмышында — өлөшөң,
Халҡым белә, Асҡын, хаҡ даның.
Олатайҙар сабырлығы — ул,
Атайҙарҙың батырлығы — ул.
Яуҙа еңгән, телен һаҡлаған,
Намыҫ, ышанысын аҡлаған.
Беҙҙең маҡсат — тыныс мул тормош,
Бер сафтарҙа берҙәм атлайыҡ.
Беҙ — асҡындар, тиһен киләсәк,
Шәжәрәләр үреп барайыҡ.
Зимфира Закирова.
Асҡын ауылы.
Читайте нас