Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Декабря 2020, 11:08

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#КонкурсстиховҠашҡа ауылында йәшәүсе Эльза Әфтәхова “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:

Тыуған ерем – Асҡыным,
Ул минең йәнтөйәгем.
Ошо ерҙә ауаз һалдым,
Башлап типте йөрәгем.
Тыуҙым Ҡашҡа ауылында,
Үҫтем мин Үршиҙелә.
Икеһе лә ғәзиз миңә,
Яратам икеһен дә.
Асҡын шаулап сәскә ата,
Көн һайын матурлана.
Ошо ерҙә йәшәгәнгә
Күңелем һәр саҡ шатлана.
Асҡында йәш етәксе,
Районды алға итә.
90 йыллыҡ юбилей
Гөрләп онлайн үтә.
Пандемия ла бөтөр,
Ауырлыҡтар ҙа үтер.
Асҡынымдың 100 йәшен
Бар халыҡ байрам итер.
Эльза Әфтәхова.
Ҡашҡа ауылы.
Читайте нас