Йәнтөйәк
-13 °С
Ясна
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Декабрь 2020, 16:09

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#КонкурсстиховУрмияҙ мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Алина Усманова ла “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:

Башҡортостандың бер өлөшө —
Ул бит минең Асҡыным.
Төҙөкләнеп, матурайып
Алға бара районым.
Тыуған ерем — Асҡыным,
Йәйрәп ята ҡырҙарың,
Саф һыулы шишмәләрең,
Балыҡлы йылғаларың.
Һинең хаҡта шиғырҙар ҙа,
Йырҙар ҙа күп яҙылған.
Һине маҡтап йырлағандар,
Дан-хөрмәт гел ҡаҙанған.
90 йыллыҡ юбилейын
Билдәләне Асҡыным.
Ҡолас йәйеп ҡаршы алды
Ҡунаҡтарҙы Асҡыным.
Алина Усманова,
Урмияҙ мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас