Йәнтөйәк
+12 °С
Ясно
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Общие статьи
7 Декабря 2020, 11:10
Иғтибар: тауыш биреү башланды!
#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#КонкурсстиховИҫке Мутабаш ауылында йәшәүсе шиғри күңелле ағинәй Зәүиә апай Шәрифйәнова “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:
Сәскә атҡан гөлдәр кеүек
Үрелеп үҫә Асҡыным.
Ҡалаларҙа йөрөп ҡайтһам,
Һағынып киләм ашҡынып.
Асҡыныбыҙға – 90 йәш,
Юбилей йылы уның.
Рәсәйҙә лә беләләр
Һинең маҡтаулы даның.
Ышаныс менән алға атла,
Атҡан яҡты таң менән.
Балҡып йәшә нурың һибеп,
Һәр таңда аҙан менән.
Хөрмәтле хеҙмәт кешеһе
Күтәрә һинең даның.
Беҙҙең райондан да йәмле
Ниндәй ер бар һуң тағын?
Ғорурланып йәшәйбеҙ беҙ
“Асҡын – беҙҙеке”, — тиеп.
Йәшәр өсөн илһам бирҙең,
Осор өсөн ҡанат бирҙең,
Йәшәйем һөйөнөп-һөйөп.
Тәбиғәтең күркәм, ерең хозур,
Шифалы елең, һауаң.
Йәнем-тәнем менән береккәнмен
Мин дә бит һинең балаң.
Зәүиә Шәрифйәнова.
Иҫке Мутабаш ауылы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"