Йәнтөйәк
+21 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
7 Декабря 2020, 11:11

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#КонкурсстиховҠашҡа ауылында йәшәүсе әүҙем, шиғри күңелле ағинәй Мауза апай Латыпова “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:

Илебеҙҙең бер ерендә
Юҡтыр шундай саф һауа.
Бында килгән кешеләр ҙә
Иҫе китеп, таң ҡала.
Кәрәк түгел пальмалары,
Төркиә, Париждары.
Үҙенә тартып тора бит
Асҡыным ҡайындары.
Ял итергә урын эҙләп
Йөрөмәйбеҙ йыраҡҡа.
“Танып” шифаханаһы
Йәшәүгә көс тарата.
Ауылдарҙа йәшәү рәхәт:
Уты бар, һыуы ингән.
Зәңгәр яғыулыҡ яғабыҙ,
Был бәхет кемгә тейгән?
Бер ерҙән дә артта ҡалмай,
Гөрләп үҫә Асҡыным.
Ғорурланам һинең менән,
Йәнтөйәгем - Асҡыным!
Көнләп түгел, сәғәт һайын,
Яңыраһың, Асҡыным.
Күп милләтле халҡым ҡотлай,
Дан һиңә, дан, Асҡыным!
Мауза Латыпова.
Ҡашҡа ауылы.
Читайте нас