Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Декабря 2020, 11:12

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#КонкурсстиховҠарткиҫәк ауылында йәшәүсе әүҙем, шиғри күңелле ағинәй Зилә Нурлыева “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:

Тыуған ерем — Асҡыным
Мин ғашиҡмын һиңә тыуған ерем,
Тыуған ерем минең — Асҡыным.
Аунап үҫкән хәтфә болондарың,
Сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙарың.
Сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙарыңа
Ҡушылып һайрай моңло һандуғас.
Йылға буйындағы тал-тирәктәр
Һоҡланалар уға таң тыуғас.
Һиндә генә ерем, киң болондар,
Һиндә генә бөҙрә ҡайындар.
Һиндә генә йылы, наҙлы елдәр,
Һиндә генә нәфис сәскәләр.
Тыуған ерем минең, Асҡыным,
Һиндә тыуҙым, һиндә мин үҫтем.
Яланыңа сыҡһам көсөм артып,
Ҡанатланды минең уйҙарым.
Матур төҙөк урамдарҙан
Ғорурланып атлап киләм мин.
Алтын айлы мәсеттәрҙең
Тыңлап торам моңло аҙанын.
Һанап китһәң, күпме төҙөлөш
Ҡалҡып сыҡты һиндә, Асҡыным.
Тынғыһыҙ һәм тырыш халҡым минең,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн.
Күпме ҡыҙ, егетте шағир иткән,
Илһам биргән тыуған ер бит һин.
Көрәшселәр, уҡсы, йырсыларың
Данға күмде һине, Асҡыным.
Юбилейың менән, Асҡыным,
Тыныс, аяҙ булһын күктәрең.
Яҡты булһын тыуыр таңдарыбыҙ,
Алға китһен тормош, гөрләһен!
Зилә Нурлыева.
Ҡарткиҫәк ауылы.
Читайте нас