Йәнтөйәк
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Декабря 2020, 11:13

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#КонкурсстиховҠарткиҫәк ауылында йәшәүсе шиғри күңелле ағинәй Рәфиә Ахунова “Йәнтөйәк” район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:

Нурлы төбәгем
Таулы урмандар артынан
Наҙлы ҡояш ҡалҡты.
Асҡынымды йәмгә күмеп,
Күңелдәрҙе яҡтыртты.
90 йыл бит Асҡыныма —
Булған төрлө хәлдәр ҙә.
Һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ —
Улар бар ҙа хәтерҙә.
Заманында эшләгәндәр,
Һауынсы, игенселәр.
Көтөүсе, комбайнсылар,
Тирләп ер һөрөүселәр.
Заманалар үҙгәрҙе бит,
Яңыса йәшәй йәштәр.
Районымда бик күптәр бит
Данға лайыҡ кешеләр.
Күпме һөнәр эйәләре
Эшләмәй ҡайҙа ғына.
Бер эштән дә ҡурҡмайҙар,
Менмәйҙәр айға ғына.
Йыр-моңға ғашиҡтар йәшәй,
Өҙҙөрөп бейеүселәр.
Йәшәйҙәр спортты һөйөп,
Ярышта еңеүселәр.
Ауыл уртаһында мәсет
Тора үҙенә тартып,
Дин тоторға ваҡыт таба —
Иманһыҙ булмай башҡорт.
Рәфиә Ахунова.
Ҡарткиҫәк ауылы.
Читайте нас