Йәнтөйәк
+12 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
7 Декабря 2020, 16:45

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

“Тыуған ерем – Асҡыным” шиғыр яҙыусылар конкурсына#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите#Арбаш ауылында йәшәүсе әүҙем ағинәй Фәтхиә Әхмәтдинова район-ара гәзите Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән конкурста ҡатнаша.Уның шиғыры менән түбәндәге һылтанма аша инеп таныша алаһығыҙ:

Юбилейың менән, районым!
Тарихыңа байҡау яһағанда
Уҡып булмай тыныс күңелдән.
Һөйәнтүҙҙең утлы фажиғәһе
Тетрәндереп ҡуя бөгөн дә.
Ерем шаһит, ҡанлы эҙен һаҡлай
Колчак яуы ҡорбандарының.
Ауылым янындағы юл теҙмәһе,
Иҫтәлеге «Кәтрин» юлының.
Биш геройын биргән Асҡын ере
Немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта.
Яугирҙарҙың күпмеһе ҡайталмайса,
Ятып ҡалған ҡаты алышта...
Бөгөнгөгә килһәк – күгең аяҙ,
Юлың яҡты алға барырға.
Ирешелгән менән ҡанатланып,
Үҙ ҡиблаңа юлың ярырға.
Һоҡланғыс кешеләр йәшәй беҙҙә
Киң күңелле, ғәҙел, эшсән дә.
Һәләтлеләр ҙә бит үҙҙәре,
Йыр-моң һөйгән, сәсән телле лә.
Асҡын тигән гүзәл ер барлығын
Ҙур илемә “Танып” тарата.
“Танып”ты бер күреп киткән кеше,
Ҡабат килер өсөн йән ата.
Ауылдарға инә асфальт юлдар,
Газ яғалар бик күп ауылдар.
Был уңайлыҡ, бәлки, беҙгә лә бер
Килеп етер, тигән өмөт бар.
Өмөт йәшәтә бит кешеләрҙе,
Киләсәккә өмөт һүнмәһен.
Юбилейың менән, районыбыҙ,
Сәскә ат һин, мәңге йәшә һин!
Фәтхиә Әхмәтдинова.
Арбаш ауылы.
Читайте нас