Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2020, 16:52

Фәрештәгә тиң әсә

Ете балаға етерлек наҙ, һөйөү менән тулған уның йөрәге

Районыбыҙҙа күп бала тәрбиәләгән, оло хөрмәткә лайыҡ әсәйҙәр бик күп. Шундай изге фәрештәләрҙең береһе — Янағош ауылында йәшәүсе Фәрдүнә апай Бикбулатова. Тормош иптәше Сәғит Сәйетғәли улы менән дүрт ул һәм өс ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, тәрбиәләп оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн инде улар үҙҙәре атай-әсәй булып, балалар үҫтерә. Ете бала... Ете төрлө холоҡ, ете төрлө хыял, ете маҡсат... Ете балаға етерлек наҙ, мөхәббәт менән тулған әсә йөрәге. Ысын һөйөү булған ғаиләләрҙә генә шундай итәғәтле, изге күңелле балалар үҫәлер. Фәрдүнә Хәтминур ҡыҙы Янағош ауылында тыуа. Бала саҡтан уҡ талапсан, уңған булып үҫә. Ағайҙарынан тыш, ғаиләлә иң өлкән ҡыҙ булараҡ, әсәһенең оло ярҙамсыһы, терәге була. Тырыш ҡыҙ 8-се кластан һуң Өфө ҡалаһына уҡырға китә, төҙөлөш хеҙмәте менән тормошон бәйләргә була ниәте. Ауыл ҡыҙын таш стеналар ҡыҙыҡтырмай, уҡыуын тамамлағандан һуң бер йыл баш ҡалала эшләй һәм күңеле тыуған ауылына тартылғас, ҡайтып китә. Күп тә тормай, ауылдашы Сәғит исемле егеткә кейәүгә сығып, гөрләтеп донъя ҡороп, йәшәп китәләр. Йәш ғаиләгә йәм өҫтәп, мөхәббәт емештәре – ҡыҙҙары Илмира тыуа. “Беренсе бала – беренсе инде, эй илай торғайны, — тип хәтерләй Фәрдүнә Хәтминур ҡыҙы. – Йәш саҡ, торор урын юҡ, ауыр ваҡыт ине – ти ул. — Беҙҙең хәлде аңлап, колхоз ваҡытлыса йәшәргә өй бирҙе". Артабан улдары Илвир, ҡыҙҙары Гөлнара тыуа. Ғаилә башлығы өйҙө ҙурайтыу хаҡында хәстәрләй башлай. Көндө төнгә ялғап, колхоз эшендә йөрөгән тырыш тракторсы әмәлен таба – яңы булмаһа ла, ҙур өй һатып ала, ҡыуаныслы тормош дауам итә. Был өйҙө ҡотлап, бер-бер артлы өс малай: Флүр, Филүз, Айрат һәм бер ҡыҙ – Диләрә тыуа. “Балалар үҫкәне һиҙелмәй ҙә ҡалды, хәҙерге заман кеүек бала ҡосаҡлап ултырыр ваҡыт түгел ине, декрет ялын да тултырып бөтмәй эшкә йүгерә инек. Балалар бер-береһен ҡарап, тигеҙ генә үҫте. Ауырығандарын да иҫләмәйем. Етәү булһалар ҙа ыҙғышманылар, гел татыу булдылар. Бер шоколадты барыһына ла етерлек итеп бүлешә беләләр ине. Мин — бәхетле әсә! Балаларым был донъяла үҙ урындарын табып, ейән-ейәнсәрҙәремде үҫтереп, бәхетле, һау булһа, әсә йөрәгенә тағы ни кәрәк!” – ти хәстәрлекле әсә.
Таңсулпан Бикбулатова, Янағош мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
Читайте нас: