Илнар район Мәҙәниәт йортоноң балалар һәм үҫмерҙәр менән эш буйынса баш методисы Земфира Фәнғәт ҡыҙы Сәлимгәрәева Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арнап ойошторған концерт программаһында ҡатнашты. “Изгелеккә йөрәгегеҙҙе асығыҙ” тип аталған онлайн сарала ул үҙенсәлекле балаларға “Дуҫтарға” тигән матур йыр бүләк итте. Илнар Солтанай ауылында күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Асҡын 2-се урта мәктәбенең 8-се класында белем ала. Һәләтле үҫмер мәктәптә, ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Уның апайҙары ла йыр-бейеүгә һәләтле.
Илнар Сәләхетдинов сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында ойошторолған конкурстарҙа бер нисә йыл ҡатнашып, грамоталар, дипломдар менән дә бүләкләнгән.