Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2020, 14:30

Ғаиләләре менән гәзит уҡырға яраталар

Гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө башланыу менән Шишмә-Үрәкәй ауыл китапханаһының әүҙем, тырыш, заман менән бергә атлаусы хеҙмәткәре Финиза Асҡарова “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып та ҡуйҙы.#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите

Финиза Фазлинур ҡыҙы китапханасы булараҡ китап уҡырға ауылдаштарын ғына йәлеп итеп ҡалмай, үҙе лә, ғаиләһе лә гәзит-журналдар, нәфис әҙәбиәт уҡырға ярата.— Минең эш көнө китаптар, гәзит-журналдар араһында үтә. Әҙәбиәт аша күңелебеҙҙе байытһаҡ, ваҡытлы матбуғат аша донъя, ил, республика, район яңылыҡтары менән танышып барабыҙ, белемебеҙҙе арттырабыҙ, тормошсан кәңәштәр алабыҙ. Район гәзиттәрен ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ. Арбаш мәктәбенең 9-сы класында уҡыусы ҡыҙым Алия ла, 7-се класта белем алыусы улым Руслан да минән ҡалышмай. Почтальон гәзиттәрҙе килтереү менән ултырып уҡып алабыҙ. Бына өсөнсө йыл инде “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә лә яҙылам. Баҫма бик оҡшай. Китапханала районыбыҙҙың билдәле шәхестәре, ауылыбыҙ кешеләре тураһында яҙылған материалдарҙы айырым папкаға туплайым һәм төрлө әңгәмәләр, кисәләр үткәргәндә ҡулланам. Шулай уҡ гәзиттәрҙе файҙаланып, кәрәкле,фәһемле материалдарҙан картотекалар тултырам, ауылдаштарыма ла уҡытам, — ти Финиза Фазлинур ҡыҙы.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: