Ләйлә апай эш урынында асыҡ йөҙлө, изге күңелле, хеҙмәттәштәренең һәм пациенттарҙың оло ихтирамын яулаған шәфҡәт туташы булһа, өйөндә хәстәрлекле, уңған әсәй һәм тормош иптәше. Ул төрлө ризыҡтар бешерергә, ҡул эшенә оҫта, гөлдәр үҫтерергә ярата. Аҙаҡҡы ваҡытта китаптар уҡый, аяттар ятлай башлаған. Уңған хужабикә йәйгелеккә ҡаҙ, өйрәк, бройлер себештәр ҙә алып үҫтерә.
Ләйлә Исмәғзам ҡыҙының тормош иптәше Эмиль Фәнәүи улы 25 йыл эске эштәр органдарында хеҙмәт һалып, бер нисә йыл элек хаҡлы ялға сыҡты. Әлеге ваҡытта Себер яҡтарында эшләп йөрөй. Муллаяровтарҙың ғаилә ҡороуына быйыл 26 йыл тулған. Улар туғандарына, дуҫтарына, ауылдаштарына матур өлгө күрһәтеп, тырышып донъя көтә.