Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсы дауам итә. Бәйгенең район этабында барлыҡ 13 ауыл биләмәһе лә әүҙем ҡатнаша. “Райондың айыҡ ауылы” исеменә дәғүә итеүселәр эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса саралар үткәрә, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара.
Конкурстың беренсе этабына йомғаҡлау ҡатнашыусыларҙың эскеселек, наркомания, тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм уларҙың һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәтте туплаған презентация материалдарын баһалағас яһала. Уҙған йыл Салҡаҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Алтыбай ауылы республика этабында Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының махсус призына лайыҡ булғайны.
Ҡайынлыҡ ауыл биләмәһенең Сәйетбай ауылы халҡы “Айыҡ ауыл-2020” конкурсында ҡатнашыу теләге менән сыҡҡан. Ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, почта һәм элемтә бүлектәре, балалар баҡсаһы, ике магазин бар. Сәйетбай ауылы Ҡайынлыҡ ауылы менән ҡушылғанлыҡтан, ауылда мәсет тә бар тип әйтергә була. Үҙәк һыу үткән, ауыл эсендә урамға асфальт түшәлгән. Тимәк, ауыл тулы ҡанлы тормош алып бара.
— Халыҡ һаны 2020 йылдың 1 июленә — 239 кеше. Шул уҡ ваҡытта ир-егеттәр — 18, ҡатын-ҡыҙҙар 121 кеше тәшкил итә. Уларҙан 16 йәшкә тиклемге балалар — 35, 35 йәшкә тиклемге йәштәр — 37, пенсия йәшендәге халыҡ — 83. Сәйетбайҙа тыуыусылар һаны йылына бер кеше. Ауылда хәмерҙән ағыуланып үлеүселәр юҡ. Мәктәп һәм мәҙәниәт йорто яғынан айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса ҙур ағартыу эше алып барыла. Был маҡсатта буклеттар, китаптар таратыу ойошторолдо, ауыл биләмәһе хакимиәте ҡатнашлығында төрлө саралар үткәрелә, — тип бәйән итә Ҡайынлыҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Эльмира Ғәниева. — Айыҡ тормошто пропагандалауҙа фельдшер Гөлшат Дәүләтгәрәеваның, китапханасы Зинфира Нәсибуллинаның, клуб хеҙмәткәрҙәре Зинфира һәм Владислав Мөфтиевтарҙың хеҙмәт өлөшө ҙур. Улар халыҡ менән төрлө саралар ойоштора, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өндәй.
Эйе, сирҙе дауалағанға ҡарағанда киҫәтеү яҡшыраҡ икәнен һәр кем аңлай. Был мәсьәләлә лә шулай. Сәйетбайҙарҙың ауылды төҙөкләндереү, таҙартыу буйынса үткәрелгән өмәләрҙә әүҙем ҡатнашыуы, өлкән быуын кешеләренең бергәләп скандинавса йөрөүе, мәктәп уҡыусыларының төрлө ярыштарҙа еңеүе, тырышып уҡыуы, мәсеттән даими рәүештә аҙан тауышы ишетелеүе һәм йома намаҙҙары уҙыуы һәм башҡалар беренсе ҡарашҡа ғәҙәти кеүек күренгән эштәр булһа ла, улар барыһы ла айыҡлыҡҡа өндәй, сәләмәт йәшәүгә саҡыра. “Айыҡ ауыл-2020” конкурсында ҡатнашыу теләге белдереү генә лә үҙе бер еңеү түгелме?