— Һеҙгә әлеге вазифаны биләгән осорҙа ниндәй мәсьәләләр менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килде?
— Беренсе хәл ителмәгән мәсьәлә – Оло Шаҙы ауылына юл юҡ, өйҙәргә газ үткәрелмәгәйне. Был ауыл – башҡорт теленең, башҡорт мәҙәниәтенең үҙәге. 90-сы йылдарҙа Оло Шаҙылағы мәктәптә генә башҡорт теле уҡытылды. Оло Шаҙы – Мишкә районының барлыҡ башҡорттарын берләштереп торған ҙур ауыл.
Урындағы халыҡ оҙайлы ваҡыт юлһыҙ интекте. Минән алда Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән Рәүеф Бүләков менән юл-ремонт хеҙмәтенә мөрәжәғәт иттек, юғары урындарға хаттар яҙҙыҡ, һәм 1996 йылда ҡарар ҡабул ителеп тә, асфальт юл 2016 йылда ғына һалынып бөттө.
Өйҙәрҙе газ менән тәьмин итеү мәсьәләһенә килгәндә, мин әле ауыл Советы рәйесе булып эшләгән осорҙа беҙгә Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Батырхан Мырҙабаев килгәйне. Уның ярҙамында Башҡортостан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иттек һәм газ үткәреүгә өлгәштек. Ауылдарға ла газ үткәреү “Газпром” компанияһының даими программаһына инде.
— Йәштәрҙең ауылда ҡалмай, ситкә уҡталыуы көнүҙәк проблема булып торамы?
— Әлбиттә. Башта юл булманы, дауаханаға барыр өсөн генә лә күпме ыҙа сигергә тура килә ине. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр ауылға ҡайта. Шул уҡ Оло Шаҙы ауылындағы башҡорт балалар баҡсаһына егерме бала йөрөй, был һәйбәт күрһәткес, тип уйлайым.
— Мәктәптәрҙә хәлдәр нисек?
— Оло Шаҙы ауылындағы башҡорт мәктәбе Башҡорт дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек итә, буласаҡ башҡорт теле уҡытыусылары беҙҙә практика үтә, уҡыусыларыбыҙ ҙа БДУ-ға уҡырға инә. Әле әйтеп үтеүемсә, элек башҡорт теле Оло Шаҙыла ғына уҡытылһа, бөгөн Мишкә районының бөтә мәктәптәрендә лә, шул иҫәптән мари ауылдарында ла, башҡорт теле дәресе инә.
— Мишкә районы ниндәй күренекле башҡорт шәхестәре менән дан тота?
— Бындағы өс башҡорт ауылы – Оло Шаҙы, Ҡыйғаҙытамаҡ, Ҡалмаҙан шәхестәргә бай. Мәшһүр башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичты ғына алайыҡ. Билдәле башҡорт яҙыусылары Кирәй Мәргән, Али Карнай, драматург Флорид Бүләков, заманында “Башкирэнерго” ойошмаһына етәкселек иткән Ғәйниәт Басариев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Бабичева ла беҙҙең райондан.
Генерал Ғәлийән Ғәлиевты билдәләгем килә. Тормош юлына, ҡулъяҙмаларына күҙ һалғанда, ул 1930 йылдарҙағы райондың беренсе комсомолы, хәрби мәктәпте тамамлағас, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау буйынса халыҡ комиссары (нарком) булып эшләй, артабан нефть сәнәғәте өлкәһендә халыҡ комиссары була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, полковник званиеһында фронтҡа юллана, Башҡорт кавалерия дивизияһында комиссар була. Ғәлийән Ғәлиевтың Миңлеғәле Шайморатов менән бергә төшкән фотоһүрәте лә бар. Һуғыштан ул генерал булып ҡайта, 57-се армияның хәрби советы ағзаһы була. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Георгий Жуковҡа ҡағылышлыларҙы ҡулға алыу башланғас, был репрессия еле Ғәлиевҡа ла ҡағыла.
Тағы бер күренекле шәхесебеҙ – Миҙхәт Шәйҙуллин. Ул шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостан ветерандар советының беренсе рәйесе, Юғары Совет депутаты булып эшләй. Уның Мишкә районына килтергән файҙаһы ҙур. Оло Шаҙыға Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты алып килде, Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары иҫтәлегенә Оло Шаҙыла ҙур мемориаль таҡта ҡуйҙыртты, ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары ла уның ярҙамында ҡалҡып сыҡты, Оло Шаҙыла мәктәп, музей төҙөүҙә лә үҙ өлөшөн индерҙе, райондағы күп ойошмаларға ярҙам ҡулы һуҙҙы.
— Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған тантана үтте, шәхестең йорт-музейы асылды. Ошо саранан алған тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
— Был сараны үткәреү хаҡында Ҡоролтай тарафынан бер нисә йыл һүҙ алып барылды, тәҡдимде ауыл халҡы дәррәү күтәреп алды. Әүҙем кешеләр менән эш тә һөҙөмтәле, халыҡта бындай сифат булмаһа, Ҡоролтай үҙе генә был эште атҡарып сыға алмаҫ ине.
Шулай уҡ был сараны үткәреүгә ҙур көс һалған Хәлил Фарваевҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Ул – тыуған еренең ысын патриоты.
Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы халҡы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған тантанаға ла, ауылдың тракторсыларына һәйкәл асыуға ла аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙҙы, ҙур эш башҡарҙы. Уларға ҙур рәхмәт әйткем килә.
— Музейға экспонаттарҙы ла халыҡ йыйҙымы?
— Эйе, бында бигерәк тә Әлфиә Зарипованың хеҙмәтен билдәләп үткем килә. Ул, ауыл халҡынан тарихты сағылдырған әйберҙәрҙе йыйып, музейға тапшырҙы. Башҡортостан Милли музейынан ярҙам итергә вәғәҙә бирҙеләр. Был әле эштең башы ғына.
Киләсәктә йорт-музейҙа Бабич ижадын үҙ итеүселәр йыйылып шиғыр уҡыһа ине, тигән хыял менән дә янам.
— Ысынлап та, шиғриәт кисәләре үтһә, ҡайһылай ҙа дан булыр ине!
– Эйе. Беҙҙә, мәҫәлән, шул уҡ Ҡоролтай тәҡдиме менән Бүләков уҡыуҙары ойошторола, район үҙәге Мишкәлә Флорид Бүләков музейы эшләй.
Бүләков уҡыуҙарына Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, әҙәбиәт әһелдәре килә, китапханала ижади уҡыуҙар үтә, Флорид Бүләковтың пьесалары сәхнәләштерелә, яҙыусының туғандары менән аралашыу ойошторола.
— Ҙур сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу яҡынлаша. Мишкә районында бөгөн башҡорттарҙың һаны 1200-гә еткән. Уларҙың һәр береһендә милли үҙаң, үҙҙәрен башҡорт милләте вәкилдәре итеп тойоу бармы икән, нисек уйлайһығыҙ?
— Төрлө кеше төрлөсә. Шәхси күҙәтеүҙәремдән сығып әйтәм, был ғаиләнән, ғаилә башлығының ниндәй милләт вәкиле булыуынан тора. Ҡатнаш ғаиләләр йыш осрай.
— Мишкә районында башҡорт балалары туған телдә һөйләшәме икән? Яңы быуындың туған телде белмәүе – бөгөн көнүҙәк проблемаларҙың береһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...
— Был проблема башҡорттар араһында ғына түгел, Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләттәрҙә лә киң таралған, быға Бөрө ҡалаһындағы тел буйынса кәңәшмәлә инанып ҡайттым. Тел мәсьәләһе беҙҙе генә түгел, мәҫәлән, шул уҡ мари халҡын да борсой.
Үҙемдең бала сағыма күҙ ташлағанда, әсәйем русса һөйләште, әммә беҙ, балалары, башҡорт телендә һөйләшеп үҫтек. Хәҙер башҡорт, татар балаһы урамда “мама” тип йөрөй. Әсәйем менән русса аралашһаҡ та, уға “мама” тиергә ояла инем...
— Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын берләштереү йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарыла?
— Ҡаңлы ырыуы башҡорттарының йыйынын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Был сараның тағы бер маҡсаты – көньяҡ башҡорттарына “Беҙ барбыҙ!” тип күрһәтергә ине (йылмая – авт.). Ғүмер буйы үҙебеҙҙең башҡорт милләтенә ҡарағаныбыҙҙы, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүебеҙҙе белеп йәшәйбеҙ.
Мин үҙем әсәйем яғынан яртылаш белорусмын, әммә был бер ҡасан да үҙемде тулы ҡанлы башҡорт итеп тойорға ҡамасау булманы.