Үрҙә аталған факультет деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина етәкселегендә урынбаҫарҙары, филология фәндәре кандидаттары, доценттар Рәмилә Саньярова, Айнур Хужәхмәтов, шулай уҡ Рәмилә Хөснөтдинова, Гөлназ Вәлиева һәм магистранттар районда булып, бай материал тупланы.
Телселәр ике төркөмгә бүленеп эшләне. Был сара һөҙөмтәле, уңышлы булһын өсөн Нөркә, Иҫке Балтас, Түбәнге Һикеяҙ, Көнтүгеш, Тушҡыр, Штәнде ауыл Советтары коллективтары, һәр ауылдағы мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ауыл старосталары, информаторҙар һәм башҡа әүҙем райондаштарыбыҙ ҙур көс һалды.
Экспедиция ағзалары Илекәй ауылында йәшәүсе Әнғәм Мостафин менән осрашты. Аҡһаҡал тыуған ауылы тарихы тураһында бай мәғлүмәт туплаған. Үҙенең ата-бабаларының Танып ырыуынан булып, был ерҙәргә мең йыл элек, Ҡолойҙарға, Илекәйҙәргә саҡлы килеп ултырыуын иҫбатлай ул.
Тел ғалимдары ауылдар тарихын шулай уҡ Наил Фәридонов (Нөркә), Зәки Мифтахов (Түбәнге Һикеяҙ), Эльвира Солтанова (Мата), Ралия Хәсәнйәнова (Тушҡыр), Гөлнара Солтанова (Ҡомъяҙы), Асия Мостафина (Көнтүгеш), Фәридә Шәртдинова (Иҫке Балтас) һәм башҡа информаторҙарҙан яҙып алды.
Халыҡ күңелендә батырҙарға бағышланған риүәйәттәр ҙә йәшәп килә. Айырыуса Нөркә ерлегендә Салауат Юлаев яуы менән бәйле легендалар күп.
Халыҡ ижадын
һаҡлаусылар
Район Мәҙәниәт йортоноң — “Етегән шишмә”, Нөркәнең — “Гөлбәзир”, Түбәнге Һикеяҙҙың — “Иман юлы”, Тушҡырҙың — “Ҡартаймаҫтар”, Көнтүгештең “Аманат” ансамблдәре ағзалары экспедиция вәкилдәре менән Балтас районы ерлегенә хас ауыҙ-тел ижады өлгөләре тураһында һөйләште. Ғалимдар ансамблдәр башҡарған таҡмаҡтарҙы, “Балан бүкәнләү” йолаһын, мөнәжәттәрҙе, Гөлшат Ихсанова яҙған йырҙар һәм шиғырҙарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлап, яҙҙырып алды. Шулай уҡ һәр бер ауылда һаҡланған йолаларҙың үҙенсәлекле яҡтары анализланды. Әйтәйек, “Гөлбәзир” халыҡ фольклор коллективы күрһәткән “Балан бүкәнләү” йолаһы, ғөмүмән, балан йыйыу һәм уны эшкәртеүгә бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр башҡа яҡтарҙа күҙәтелмәй икән.
Туй йолаһының Балтас районына хас үҙенсәлектәре лә иғтибарҙы йәлеп итә. Мәҫәлән, килен кейәү йортона төшкәндә ҡәйнәһенең иңенә яулыҡ һала, ҡайныһына түбәтәй кейҙерә; алдына сығарылған һарыҡтың һыртын һыйпап яулыҡ һала, йәғни, төшкән йортона муллыҡ теләй. Килен бирнәһен – һандыҡ, сигелгән мендәрҙәрҙе, юрғанды һәм башҡа әйберҙәрҙе парлы кешеләр генә күтәреп алып инә. Шаршау-селтәрҙәрҙе элеп, ашъяулыҡтарҙы йәйеп, таҫтымалдарҙы ҡуйып, шунда уҡ эшен бөтөрәләр. Артабан килен аш-һыу әҙерләүселәргә алъяпҡыстар бәйләй; биҙәкле биҙрәләргә иген һалып, уларҙы яулыҡтар менән ҡаплап бәйләйҙәр (шулай уҡ муллыҡ символы). Һыу юлын кейәү яғынан булған ҡатын-ҡыҙ күрһәтә, килен уға көйәнтәгә алдан бәйләп ҡуйылған яулыҡты бүләккә бирә. Йортҡа ҡайтҡас, килен һыуын һатыу йолаһы бар: аҡса һалып һыуҙы тәмләйҙәр. Туй табынына биҙәп килен ашы: икмәк, сәк-сәк, ҡаҙ сығарыла, ризыҡ өҫтөнә һалынған бүләктәр бүлеүселәргә бирелә. Парлы аштарҙың береһе, йәки бер генә булһа, уның яртыһы кирегә ҡыҙ йортона алып ҡайтыла. Әлегә саҡлы никах туйында ике яҡтың бүләк алышыу, йәштәрҙең никахын ҡотлап, бүләк һалыу йолаһы һаҡланып килә. Йолаларҙың үҙенсәлекле яҡтары тураһында ғалимдар һәр ауылдағы информаторҙар менән ентекле һөйләште.
«Ҡарға бутҡаһы»ның Мата ауылына хас үҙенсәлеге ғәжәпләндерҙе. Бирелә бутҡа бешереп ашағандан һәм теләк теләп доғалар уҡығандан һуң, урамда уҙған кешеләргә генә түгел, зыярат ҡапҡаларына ла һыу һибәләр икән. Икенсе көндө, ысынлап та, ямғыр яуа, ти.
Ер-һыу атамалары
Ғалимдарҙа ер-һыу атамалары ла тәрән ҡыҙыҡһыныу уятты. Балтас яғында сабынлыҡтар һәм шишмәләр был ерҙәрҙе ағастарҙан, сүп-сарҙан таҙартып, йыл һайын сабып торған кешеләрҙең исемдәре менән аталған. Мәҫәлән, Нурлығаян ҡарт яланы, Хәсмәт туғайы, Кифая әбей шишмәһе...
Мата һәм Штәнде ауылдарында ете күҙле шишмәләр бар. “Ете” һаны мосолман халҡында изгенән һаналғанғалыр, был шишмәләргә лә “Изге шишмә” тиҙәр. Ете урындан сығып, шишмәләр бергә ҡушылып, яҡындағы йылғаларҙың һыуын тулыландыра. Тушҡыр (йылға һәм ауыл исеменең килеп сығыуы ике төрлө аңлатыла: “туш” – яҙғы ҡар һыуы һәм “ҡыр” – баҫыу; “түш” – ағастарҙан арсылып һөрөлгән ер ике ҡалҡыулыҡты хасил иткән; Мата (саф, таҙа һыу тигәнде аңлата, ете күҙле “Һалҡын шишмә”нән ағып төшкән һыу был йылғаны ҡышын да туңдырмай), Итәүаш (“Это ваш” һүҙҙәренән килеп сыҡҡан йылға исеме, ер бүлгәндә урыҫ кешеһе әйткән), Прием тауы (Салауат Юлаев ғәскәрҙәренә ир-егеттәрҙе ҡабул иткән урын), Арғы һәм бирге Салауат һыҙаһы (лагеры, күпере, яу линиялары), Гөлбәзир тауы (Салауаттың һөйгәне Гөлбәзир тураһында риүәйәттән алынған), Ҡомъяҙы (йылға буйындағы ҡомға яҙып булған) һәм башҡа атамаларҙың килеп сығыуының үҙ тарихы һаҡлана.
Ҡомартҡылар
һаҡланған урын
Был һүҙҙәр Батырша музейында һаҡланған китаптар тураһында әйтелә. XVII, XVIII быуат ҡомартҡылары – Батырша хәҙрәт китапханаһы өс өлөшкә бүленеп, ауыр замандарҙа өй сарҙаҡтарында һаҡланып беҙҙең көнгә ҡәҙәр килеп еткән. Ҡулдан яҙылғандары ла, баҫма китаптар ҙа, бүләк итеү өсөн эшләнелгәндәре лә – барыһы ике йөҙҙән артыҡ китап әлегә ғалимдар тарафынан тейешенсә өйрәнелмәгән. Музей етәксеһе Рәфис Шәйхәйҙәров экспедиция ағзаларын Батыршаның тормош юлы, шәжәрәһе менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар Балтас районында бик күп материал туплап, бай тәьҫораттар менән Өфөгә юлланды.