Татуировкалар һәм сәс буяуҙары ла хәүефле булыуы мөмкин. Татуировка яһатҡан кешеләрҙә йыш ҡына меланома күҙәтелә, буяуҙарҙа кобальт һәм алюмин булыуы тирелә яман шеште ҡуҙғытыуы ихтимал.
Тырнаҡ буяу өсөн ҡулланылған лактар ҙа хәүефле, ти белгестәр. Уларҙың составында ағыулы толуол, формальдегид, дибутилофталат бар.
Пластик һәм тефлон менән ҡапланған һауыт-һаба ла һаулыҡ өсөн зарарлы, тип иҫкәртә табиптар. Пластик һауытты йылытҡанда ағыулы матдәләр бүленеп сыға. Төҙөлөштә ҡулланылған материалдарҙа сәләмәтлек өсөн зыянлы радон һәм асбест бар
Фото:
otnogi.ru