— 8-се класта уҡығанда тыуған ауылымдың топонимдарын өйрәнә башланым. Иң беренсе сиратта ауылдағы оло быуын кешеләре менән осрашып, уларҙан ер-һыу атамаларының исемдәрен һәм уларҙың килеп сығышын аңлатҡан топонимик легендаларҙы яҙып алдым. Ауыл халҡынан йыйған материалды туплап, анализ яһап, беренсе ғилми-тикшеренеү эшемде яҙҙым. Ошо эшем менән “Ватан юлдары” конкурсында ҡатнашып, республика кимәлендә икенсе урын яулап, хәҙер ноябрь айында үтәсәк ошо конкурстың бөтә Рәсәй этабында эшемде яҡлаясаҡмын. Ошонан тыш, мин ауылыбыҙҙың ерле һөйләшен өйрәнеп “ Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләше" тигән темаға һәм беҙҙең яҡтарҙа йырлана торған йырҙарҙы йыйып, анализлап, “Песенный фольклор деревни Карткисяк” тигән ғилми-тикшеренеү эштәре алып барҙым. Ошолай уҡ, мин үҙемдең шәжәрәмде өйрәнеү менән дә ҡыҙыҡһынам.
“Атайыңдан алып, ете быуыныңды бел”, - тигән халыҡ. Мин был һүҙҙәр менән килешәм. 2006 йылда беҙҙең ауылда, Асҡын районында беренселәрҙән булып, Шәжәрә байрамы үтә. Һеҙҙең алдығыҙҙағы нәҫел ағасы ошо ваҡытта төҙөлә һәм йылдан-йыл тулылана бара. Беҙҙең нәҫел ағасы Уйылдан олатайымдан башлана. Уның улы Әхмәтдин . Әхмәтдиндең өс улы була : Ғөбәйдулла, Насретдин , Мостафа. Мостафа олатайҙың улдары Мөхәмәтғәле, Мөхәләтдин, Миңлехамәт. Мөхәләтдин олатайҙың ике улы була: Хайрулла һәм Әғлиулла. Хайрулла олатайҙың улдары: Ғиззәт һәм Нурлығаян. Нурлығаян олатайҙыҡы: Тәберис һәм минең атайым Әғәмәл. Беҙҙең ғәиләлә ошолай уҡ өс малай: ағайымдар Юнир, Радмир һәм мин. Шулай итеп, беҙҙең шәжәрә ағасыбыҙ тулылана бара һәм киләсәктә лә унда яңы исемдәр яҙылыр тип ышанам. Сөнки, киләсәк беҙҙең ҡулда, — тип һөйләне Юлай.