Өйҙө ҡуйыу, биҙәү өсөн Асҡын ауыл биләмәһе яуаплы булып, Ҡуяштыр, Яңы Бағаҙы, Барахай, Төлгөҙбаш, Яңы Бөрмә, Тюйск һәм Ключи ауыл мәҙәниәт йорттарының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар тырышлығын һалды.
Йорттан уҡ ҡунаҡтарҙы шат күңелле скоморохтар (Юлия Чабина, Любовь Гадада) менән коробейник (Диана Кашина) ҡаршы алды. Ключи мәҙәниәт йортоноң “Ивушки” фольклор коллективы моңло йыр менән сәләмләне.Өйҙә мәртәбәле ҡунаҡтарҙы хужа Ришат Нурмөхәмәтов менән хужабикә Олеся Чернышова ҡаршыланы һәм түргә саҡырҙы. Бирелә ҡунаҡтар иғтибарын 20-нән артыҡ рус милли аш-һыуынан әҙерләнгән бай өҫтәл, боронғо һауыт-һаба, кейем-һалым, һуғылған балаҫтар, өй йыһаздары йәлеп итте. Хатта Галина Ғаббасова Ҡариҙел районында йәшәүсе Ирина Пушкарева биргән 150 йыл элек тегелгән күлдәкте лә алып килгән.