Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Октябрь 2020, 20:07

Бай күргәҙмә байрамға йәм өҫтәне

Республика Шәжәрә байрамы сиктәрендә биҙәү-ғәмәли сәнғәт һәм аш-һыу оҫталарының да бай күргәҙмәһе ойошторолдо#Шәжәрәбайрамы2020 #РеспубликаШәжәрәБайрамы2020#Асҡынрайоны#Республикахалыҡижадыүҙәге #390йылАсҡынауылына #90йылрайонға #Республикакөнө

Күргәҙмәлә уңған, алтын ҡуллы райондаштарыбыҙ етештергән төрлө продукция һәм ағас, ҡул эше, һынлы сәнғәт оҫталарының эштәре менән танышырға мөмкин ине. Мәҫәлән, байрам ҡунаҡтары һәм сараға килеүселәр иғтибарына Ҡубияҙ ауылынан “Нуртдинов Ф.” крәҫтиән-фермер хужалығы — һөт ризыҡтары, Асҡындан шәхси эшҡыуар А. Абдуллин — икмәк-булка изделиелары, “Танып” шифаханаһы — минераль һыу, Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре дарыу үләндәре тәҡдим итте. Күргәҙмәгә шулай уҡ Ҡышлауйылға ауылынан Ғәлиевтар ғаиләһе үҙҙәре үрсеткән бүҙәнәләрҙе һәм ҡорт балын, Асҡындан Сәғитовалар үҙҙәренең ҡайын туҙынан эшләнгән һоҡланғыс картиналарын, Иҫке Ҡарткиҫәктән Илдар һәм Азат Мулләхмәтовтар умартасылыҡ продукцияһын ҡуйғайны. Ҡунаҡтарҙың иғтибарын Фәридә апайҙың кейеҙҙән эшләнгән картиналары һәм Ғәйнетдин ағай Хөснөтдиновтың ағастан эшләнгән көнкүреш әйберҙәре лә йәлеп итте.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас: