Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары үҙҙәренең тирмәһендә милли ризыҡтарҙан торған бай өҫтәл әҙерләне. Ниндәй генә аш-һыу төрө юҡ ине унда! Ҡамыр аштарынан төрлө эслекле бәлештәр, шәңгәләр, бөйөрөк, сәксәк, майаш өҫтәлдә урын алғайны. Милли аш-һыу башҡорттарҙа малсылыҡ хужалығы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Туҡланыуҙа һөт һәм һөттән яһалған төрлө ризыҡтар өҫтөнлөк иткән. Шунлыҡтан һөт ризыҡтары ла мулдан ҡуйылғайны.
Ҡунаҡтарҙы ҡоролтай ағзалары Эльмира Шәйхуллина менән Рәмзил Нурмөхәмәтов ихлас ҡаршы алып, тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итергә саҡырҙы.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.