— Әсәйемдең тауышы матур, күңеле тулы йыр-моң ине. Мәктәптә сәнғәт донъяһына һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Йырларға, концерттарҙа ҡатнашырға ярата инем. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһында белем алдым һәм район Мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлымды башланым. Өс йыл методист булып эшләгәс, ситтән тороп Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына музыка бүлегенә уҡырға инеп, уңышлы тамамланым. Саксафонда, борғола уйнарға өйрәндем. Күңелем теләгән һөнәргә эйә булып, хыялымдың тормошҡа ашыуына шатмын, — ти Филүс.
Филүс менән Әлфиә икеһе лә тырыш, уңған, балаларында ла ошо сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыша. Улар ғаиләләре менән районда үткән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Филүс матур йырлай, бейей, уның моңло тауышы, оҫта бейеүе балаларына ла күскән. Ҡыҙҙары “Йәшлек” ансамбленә ихлас йөрөй, хорҙа йырлай.
Әлфиә янғын һүндереү часында диспетчер булып эшләй. Уның өйө һәр ваҡыт бөхтә, төрлө тәмле ризыҡтар әҙерләй. Әлфиә Дим ҡыҙы шиғырҙар ҙа яҙа. Уның “Мәңгелеккә бергә” тигән шиғырына Филүс Файлас улы көй яҙып, матур йырҙы тамашасыларға еткерҙе. Ижади ғаилә төрлө байрамдарҙы күңелле итеп алып барыусы булараҡ та танылыу яулап өлгөрҙө. Улар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” тигән район конкурсында ҡатнашып, беренсе урын алғайны.
Методист, тауыш режиссеры вазифаларын башҡарыусы Филүс Шәнгәрәевты 2019 йылда масса-күләм саралар режиссеры итеп үрләтәләр. Мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташыбыҙ эшен күңел биреп, яратып башҡара. Район Мәҙәниәт йортонда ойошторолған “Тамаша” халыҡ театрында төп ролдәрҙә уйнай, сәхнәләштерелгән тамашаларҙа ла сығыш яһай. Ул концерттарҙы һәм төрлө сараларҙы алып барыусы ла, моңло тауышлы йырсы ла, бейеүсе лә булып танылды.
— Режиссер булараҡ, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдергем килә. Районыбыҙ шул тиклем таланттарға бай. Төрлө уйын ҡоралдарында уйнаусылар, йырсылар һәм бейеүселәр матур сығыштары менән һәр ваҡыт тамашасыларыбыҙҙы һөйөндөрөп, районыбыҙ данын күтәрә, — ти Филүс Шәнгәрәев.
Әлфиә һәм Филүс Шәнгәрәевтар һымаҡ матурлыҡҡа ғашиҡ, ижади, дәрт-дарманлы ғаиләләр районыбыҙҙың ғорурлығы булып тора.