Милли кейемдең ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге ҡомартҡы икәнлеге, уны өйрәнеп, халҡыңдың традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белергә мөмкин булыуы бөгөн барыһына ла мәғлүм.
— Башҡорт кейеме сәнғәт әҫәре кеүек, ҡабатланмаҫ. Ул башҡа халыҡтар кейеме араһында юғалып ҡалмай. Үҙем кейгән милли күлдәктәге аҡ төҫ — тыныслыҡ билдәһе. Итәгендәге һәм еңендәге һары, ҡыҙыл, зәңгәр, йәшел төҫтәге бөрөп тегелгән сите — таң атыу һәм ҡояш байыу, күк — тәбиғәт төҫө. Уның һаны буйынса гүзәл заттың статусы һәм хәлле булыуы тураһында белеп була, — тип һөйләй Үгеҙ ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Альмира Ғарипова.
Альмира Самат ҡыҙының һөйләүенән элек күлдәк өҫтөнән күкрәксә — селтәр таҡҡандарын да белдем. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы үҙен тыйнаҡ һәм лайыҡлы тоторға, ә элегерәк яуҙа башын һалған ирен дә алмаштырырға тейеш булған. Баш кейеме үҙенә күрә паспорт. Уның буйынса ниндәй кеше, нисә йәштә, кейәүҙәме, ниндәй ырыуға ҡарағанын белеп булған. Нисек кенә булһа ла, башҡорт ҡатын-ҡыҙы, тәү сиратта, яҡшы хужабикә, тоғро ҡатын һәм ғаилә усағын һаҡлаусы һаналған.