Асылған мәленән алып шифахана 135 меңдән ашыу ҡунаҡты ҡабул иткән, һаулығын нығытҡан. Ҡайҙан ғына килмәгәндәр – республика һәм Рәсәй төбәктәренән, хатта Американан ял итеүселәр булған.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова былай ти: “Шифахана һауыҡтырыу хеҙмәттәрен экспортлай – донъяның төрлө мөйөштәренән килеүселәр яҡшы тәьҫораттарын дуҫтары, таныштары менән уртаҡлаша һәм башҡорт шифаханаларына реклама яһай”. “Танып”та булғандар, ысынлап та, таң ҡалып һәм мотлаҡ тағы килеү ниәте менән ҡайтып китә. Берҙән, ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырырлыҡ тәбиғәт әсир итә. “Танып” урынлашҡан ерҙең гүзәллеге, ҡото тәнде лә, йәнде лә дауалай, көс-дарманды ҡайтара. Шифахананың иң ҙур ҡөҙрәте – Изге шишмәнең шифалы һыуы менән көкөртлө-водородлы сығанаҡтарҙыр, моғайын. Был сығанаҡтар Сочиҙағы Мацеста курортындағы һыуҙарға ныҡ оҡшаған, тиҙәр.
Гүзәл тәбиғәткә Европа кимәлендәге сервис менән күп төрлө медицина хеҙмәттәре ҡушылыуы шифахананы яңы бейеклектәргә күтәрә. Ул биш төрлө яңы дауалау ысулын патентлаған, шулай итеп, уның башҡа бер ерҙә лә осрамай торған шифалы хеҙмәттәре бар. Мәҫәлән, ҡоро тоҙ ванналары донъяла башҡа бер ерҙә лә юҡ. Республикала беренселәрҙән булып карбокситерапия ҡуллана башлайҙар – был газлы уколдар артынан күптәр Карловы Варыға йөрөй. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бассейнға, өс массаж ваннаһы һәм тропик душы булған мини-аквапаркка йөрөп кинәнә.
Дүрт йыл элек “Танып” аттестация үтеп, дүрт “йондоҙло” шифаханаға әйләнде. Эксперт комиссияһы уңайлы, иркен бүлмәләрҙе, яҡшы туҡланыуҙы, биләмәнең бөхтәлеген, хеҙмәткәрҙәрҙең ихласлығын һәм юғары квалификацияһын тейешенсә баһаланы.
Хеҙмәткәрҙәр тигәндәй, юҡ шифахананы бар иткән, юғары бейеклектәргә күтәргән кешеләр, директорҙың үҙенән башлап, һәр ҡайһыһы илһамланып эшләй. “Танып” республикалағы һәм райондағы бөтә ваҡиғаларҙа ҡатнаша, кәрәк сағында ярҙам итә. Ишле ғаиләләргә ярҙам булһынмы, өлкәндәр өсөн байрамдармы, балалар спортын үҫтереүме – барыһына үҙ көсөн индерә. Бәләгә тарыусыларға ла битараф ҡалмай: Сибайҙа һауа бысранғас, “Танып” ҡаза күргәндәргә бушлай 50 путевка бирә. Әле бөтә илдән 385 вахтасы обсервация үтә.
Әйткәндәй, “Танып” шифаханаһы 2010 йылда һәм 2016 йылда “Здравница” Бөтә Рәсәй форумдарында Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы титулына лайыҡ була.
– Беҙ “Танып” өсөн иң тәүҙә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа, ул саҡтағы төҙөлөш министры Хәмит Мәүлийәровҡа һәм Асҡын районының ул саҡтағы башлығы Зәки Насировҡа рәхмәтлебеҙ, – ти Кәшшәф Ямалетдинов. – Улар беренсе нигеҙ ташын һалыуҙан башлап, төҙөлөштөң һәр этабын күҙ уңынан ысҡындырманы. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа айырым рәхмәт әйткем килә. Ул Башҡортостандың курорт төбәге булараҡ мөмкинлектәрен дөрөҫ баһалай һәм тармаҡты артабан үҫтереүҙең мөһимлеген яҡшы аңлап эш итә. Үҙебеҙҙең яҡтан шуны әйтер инем: “Танып” үҫһен, яҡшырһын һәм республика файҙаһына эшләһен өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да башҡарабыҙ. Яңы уй-ниәттәр күп, ҡунаҡтарыбыҙҙы ғәжәпкә ҡалдырырлыҡ һәм хайран итерлек яңылыҡтарыбыҙ бар. Беҙгә килегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ!
Асҡын районы.