Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Сентябрь 2020, 10:59

Диагноз ҡуйыу еңелерәк буласаҡ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Нефтекама ҡала дауаханаһының диагностика хеҙмәте яңы рентген ҡоролмаһы – АРС-“Диаком” аппараты алды.
Аппарат яҫы панелле һанлы детекторлы. Ул ике эш урынын күҙаллаған һанлы рентгенографиянан һәм юғары етештереүсәнле флюорографтан тора. Был юғары сифатлы, ҙур форматлы рентгенограммалар төшөрөргә ярҙам итәсәк.
АРС-“Диаком” аппараты — рентабелле һәм һөҙөмтәле һанлы заман ҡоролмаһы. Уның ярҙамында түбәндәге йүнәлештәр буйынса төп рентген тикшереүҙәренең тулы спектрын һанлы форматта алырға була:
- дөйөм рентгенология;
- ортопедия;
- эске һәм күкрәк ҡыуышлығындағы ағзалар;
- нейрохирургия;
- травматология.
"Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла. Нефтекама ҡала дауаханаһы эйә булған яңы аппарата та - шуға асыҡ дәлил.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: